Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Март , 10:09

Зубрҙарҙы карантиндан сығарҙылар

19 мартта «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында декабрҙә Белоруссиянан килтерелгән туғыҙ зубрҙы вольерҙан тәбиғәткә сығарҙылар. Хәҙер улар ҡырағай тәбиғәттә йәшәй. Был хаҡта Росприроднадзорҙан хәбәр иттеләр.

Зубрҙарҙы карантиндан сығарҙылар
Зубрҙарҙы карантиндан сығарҙылар

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге тапҡыр зубрҙарҙы Башҡортостанға уҙған йылдың майында алып килделәр. Уларҙы Күгәрсен районындағы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы менән сиктәш Ыҡ дәүләт зоология заказнигы биләмәһендә урынлаштырҙылар. Март башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров малҡайҙар янына барып ҡайтты.

Автор:
Читайте нас: