Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март , 15:15

Йылғаларҙа ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 27 мартта елдең тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем етеүе, төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә.

Йылғаларҙа ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә
Йылғаларҙа ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә

«Шуға бәләкәй дала һәм тау йылғаларында ҡарҙың ныҡлап иреүе, һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе ихтимал. Тораҡ пункттарҙа түбәндәрәк урынлашҡан участкаларҙы һыу баҫыуы мөмкин», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: