Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель , 16:24

Йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөлдө

Хәйбулла ауылы халҡы үҙ көсө менән Оло Шешәнәк йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөнө.

Йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөлдө
Йәйәүлеләр өсөн күпер төҙөлдө

 Хәйбулла районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарының береһе. Белорет һәм Ғафури райондары сигендә урынлашҡан. Ауылда утыҙ ике кеше теркәлһә лә, унда унлап ҡына кеше йәшәй.

Ауылға Баҡый ауылы йәиһә Ғафури йәки Ишембай райондары яғынан бары тик юғары үткәүелле машиналарҙа ғына барып етергә мөмкин. Ауылды Оло һәм Кесе Шешәнәк, Һаралы йылғалары уратып алған.

Элек Хәйбулла халҡы, яҙғы ташҡын ваҡытында файҙаланыу өсөн, Оло Шешәнәк йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн ағас күпер төҙөгән. Былтыр күпер файҙаланыуға яраҡһыҙ хәлгә килде.

Егәҙе ауыл биләмәһе башлығы Ринат Яныбаев күперҙе үҙ көсө менән тергеҙеүҙе планлаштыра. Хәйбуллалар аҡса йыя, урындағы эшҡыуар таҡта бирә, ауыл хакимиәте материалдар һатып ала, техника бирә. Үткән йылдың октябрендә бағаналар ултыртыла. Бер нисә көн элек арҡан һуҙып, таҡта һалынды. Хәҙер инде күперҙән йөрөргә лә мөмкин.

Хәйбуллалар бергә коллектив эш башҡарҙы. Улар өсөн был әһәмиәтле һәм кәрәкле объект. Хәйбулла халҡы Рәхим, Нәзир, Рим, Риф, Сәлим Вәлиевтәргә,  Фәүзиә һәм Мәжит Исмәғилевтәргә, Зәлиә Шәйхетдиноваға,  Рим Аллаяровҡа, Исфәр Лоҡмановҡа, Рамаҙан Әхмәҙиевкә, Роберт Вәлиевкә һәм Рөстәм Аҙнабаевҡа айырым рәхмәт белдерә.

Күпер ауыл халҡы һәм ҡунаҡтары файҙаһына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен!

Автор:
Читайте нас: