Яңылыҡтар
4 Июня 2024, 11:13

Яңы Абҙаҡ ауылында ҡот осҡос янғын

Бөгөн Яңы Абҙаҡ ауылында ҡот осҡос янғын ҡупҡан - өс хужаға иҫәпләнгән торлаҡ йорт янып киткән.

Яңы Абҙаҡ ауылында ҡот осҡос янғынЯңы Абҙаҡ ауылында ҡот осҡос янғын
Яңы Абҙаҡ ауылында ҡот осҡос янғын

 Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ир һәм ҡатын кеше етди зыян күргән - тәндәренең 90 һәм 40 проценты бешкән. Икеһе лә реанимацияла.Күршеләре әйтеүенсә, был йортта күп балалы ғаилә лә йәшәгән. 140 квадрат метр майҙанды ялмап алған ут тулыһынса һүндерелгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Ут менән һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас