Яңылыҡтар
6 Июня 2024, 11:25

Сәйәхәт итеү - үҙе бер донъя

Ағинәйҙәр "Урал" гәзитенең йылдар буйына йыйылған тѳпләнмәләре һаҡланған архивын ҡараны. Бында улар редакция хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1930 йылдан алып бѳгѳнгәсә һаҡланған тѳпләнмәләрҙе күрҙе. Бигерәк тә "Урал"дан алда латин хәрефтәре менән сыҡҡан "Металл ѳсѳн" гәзите уларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.

Расима СалиховаРасима Салихова
Фото:Расима Салихова

   Белорет матбуғат үҙәге Сосновка, Уҫманғәле, Тимер юл ауылының экскурсияға килгән ағинәйҙәрен ҡабул итте. Мауыҡтырғыс сәйәхәтте Сосновка ауылының ағинәйҙәр етәксеһе Земфира Кәримова ойошторҙо. Уның был ниәтен Уҫманғәле, Тимер юл ауылы ағинәйҙәре етәкселәре Кәримә Исламова һәм Зәйлә Хәлилова күтәреп алдылар.
   Матбуғат үҙәгендә милли кейемдәр кейгән, шат йѳҙлѳ ағинәйҙәрҙе "Урал" гәзитенең баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова ҡаршы алды. Ағинәйҙәр Белорет матбуғат үҙәгендә Кѳньяҡ Уралға ҡараған райондар - Хәйбулла,  Әбйәлил, Бѳрйән, Баймаҡ, Йылайыр райондары, Учалы, Сибай, Белорет  ҡала-райондарының башҡорт һәм рус телендә сыҡҡан гәзиттәре баҫылыуы тураһында мәғлүмәттәр алды, баҫмалар менән танышты. Унан һуң матбуғат үҙәгенең технологы Ғәлимә Абдуллина матбуғат йортонда етештерелгән продукциялар, цехта гәзиттәр баҫылған ҙур ҡорамалдарҙы күрһәтте. Ағинәйҙәр гәзиттәрҙең нисек баҫылыуын күрҙе, ҡорамалдарҙың ҙурлығына хайран ҡалды. Унан һуң улар икенсе ҡатта урынлашҡан компьютер цехына күтәрелде. Бында уларға Ғәлимә Абсадый ҡыҙы альбомдар, тѳрлѳ журналдар, блокноттар, фото, тѳҫлѳ календарҙар эшләү  ѳсѳн заманса ҡорамалдар тураһында һѳйләне һәм эш барышын да күрһәтте. 
   Ағинәйҙәр "Урал" гәзите хеҙмәткәрҙәренең эш кабинеттарында булды, хәбәрселәр менән аралашты. Гәзит биттәренә мәҡәләләр урынлаштырыу, фотолар менән биҙәү барышын компьютерҙа ҡараны. Һуңынан ағинәйҙәр "Урал" гәзитенең йылдар буйына йыйылған тѳпләнмәләре һаҡланған архивын ҡараны. Бында улар редакция хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1930 йылдан алып бѳгѳнгѳ кѳнгә тиклем һаҡланған тѳпләнмәләрҙе күрҙе. Бигерәк тә "Урал" гәзитенән алда латин хәрефтәре менән сыҡҡан "Металл ѳсѳн" гәзитен ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, үҙҙәре ѳсѳн бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдылар. 
   Матбуғат үҙәгенән һуң ағинәйҙәр картиналар галереяһына юл алды. Картиналар галереяһында  ағинәйҙәрҙе район ағинәйҙәре йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Зѳбәржәт Әхмәдулла ҡыҙы Суфьянова ҡаршы алды.  Унда улар рәссамдарҙың яңы ҡуйылған күргәҙмәләрен ҡараны. Картиналар галереяһы хеҙмәткәрҙәре ағинәйҙәрҙе ихлас ҡаршы алып, картиналар, рәссамдар тормошо тураһында мауыҡтырғыс тарих менән таныштырҙы. 
   Артабан ағинәйҙәр Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге музейын ҡаранылар. Музейҙа тупланған экспонаттар, тарихи документтар менән танышыу барыһына ла оҡшаны. Эске эштәр бүлеге эшмәкәрлегенә, тарихына арналған музей республикала башҡа ҡалаларҙа юҡ. 
Музей тәьҫораттарынан арынып та ѳлгѳрмәгән ағинәйҙәрҙе тағы бер мауыҡтырғыс сәйәхәт кѳтә ине. "Офоҡ аша атла" тип аталған ҡала үҙәк паркы һәм заманса тѳҙѳкләндерелгән яр буйын ҡарап сыҡҡандан һуң ағинәйҙәр һоҡланыуҙарын йәшермәне, бер-береһе менән ҙур сәйәхәттән алған тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар. 
   Сәйәхәт һуңында ағинәйҙәр "Металлург" кинотеатрында кәңәшмә ойошторҙо. Райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына  алты йыл етәкселек иткән Зѳбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы үҙ эшенә йомғаҡ яһағандан һуң был вазифаны үҙенә тиклем ағинәйҙәр етәксеһе булып эшләгән Зилә Минһажетдин ҡыҙы Абзаловаға тапшырҙы. Ағинәйҙәр Зѳбәржәрт Әхмәҙулла ҡыҙына тѳплѳ һүҙе, аҡыллы кәңәштәре, матур эше, ағинәйҙәргә бар яҡтан да ѳлгѳ булып торғаны ѳсѳн рәхмәт белдерҙе. Ағинәйҙәрҙең яңы етәксеһе Зилә Абзаловаға уңыштар теләнеләр.  Мауыҡтырғыс сәйәхәт "Металлург" кинотеатрының кафеһында тѳшкѳ аш ашау менән тамамланды. 

Авторҙар:Расима СалиховаСатура Мингажитдинова
Читайте нас