Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь , 12:23

Ҡаһарманлығы онотолмаҫ

Шығай ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Альфред Лоҡманов менән бәхилләштеләр.

Ҡаһарманлығы онотолмаҫ
Ҡаһарманлығы онотолмаҫ

Альфред Фәрит улы Аҙналы ауылында донъяға килә. IV класҡа тиклем ошо ауыл мәктәбендә уҡый. Әсәһенең вафатынан һуң ағаһы менән Шығай ауылында йәшәгән туғандары тәрбиәһенә алына. Мәктәпте тамамлағас, ҡаланың 26-сы училищеһында балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштерә.

Һәр йәһәттән өлгөлө, тырыш егет әрме сафында хеҙмәт итергә теләй, әммә сәләмәтлеге йәһәтенән комиссияны үтә алмай. Үҙ йүнәлеше буйынса ҡаланың эре предприятиеларында эшләй, һуңғы йылдарҙа йорттар төҙөү менән шөғөлләнә. Ошо йылдың апрелендә иһә үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юллана. Был ҡарары тураһында ғаиләһенә һуңғы көнгә тиклем әйтмәй.

Альфред Фәрит улын яҡындары, ауылдаштары тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Ғәжәп игелекле, ихлас, итәғәтле, эшһөйәр, алтын ҡуллы була ул. Оҫта итеп ишектәр эшләгән, йыһаз йыйған, автомобилдәр төҙөкләндергән. Тәбиғәттә булырға, балыҡ тоторға, һунарға йөрөргә яратҡан. Бер нисә тапҡыр балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыштарҙа ла ҡатнашҡан. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән алсаҡ, ярҙамсыл егетте һәммәһе лә яратҡан, хөрмәт иткән. Буш ваҡыттарын Альфред ғаиләһе - ҡатыны һәм улы менән уҙғарырға тырышҡан.

Альфред Лоҡманов 10 майҙа Авдеевка районында хәрби задание үтәгәндә һәләк була. Уға ни бары 35 кенә йәш ине. Ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланды.

Ватан алдында изге бурысын үтәп, батырҙарса һәләк булған Альфред Лоҡмановтың ҡаһарман рухы алдында баш эйәбеҙ. Геройҙың ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: