+10 °С
Облачно
Белорет металлургия комбинаты командаһы ағзалары ике алтын һәм бер бронза яуланы.
Иң яҡшы исеме өсөн көрәш Силәбе металлургия комбинатының бер нисә майҙансығында "Токарь", "Слесарь-ремонтсы", "Иретеп йәбештереүсе" номинациялары буйынса барҙы.
Һөҙөмтәләр буйынса “Иң яҡшы слесарь-ремонтсы” - Семён Духнин, “Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе” Сергей Березин булды. "Иң яҡшы токарь" номинацияһында Олег Шелыгин III урын яуланы.
Белгестәр барыһы ла Белорет металлургия комбинатының механик ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү цехында эшләй.
Оксана БОРОВЫХ.