Һәүерташлы плитка - тулыһынса тәбиғи продукт. Уны әҙерләгәндә химик өҫтәмәләр һәм матдәләр ҡулланылмай. Плитканы фасадтарҙы, биналарҙың цоколдәрен биҙәүҙә, бүлмәләрҙә интерьер дизайнында ҡулланалар.
Һәүерташ, карьерҙа быраулау-шартлатыу эштәре үткәрмәйенсә, асыҡ ысул менән сығарыла, йәғни экскаваторҙың махсус ҡорамалдары ярҙамында тау тоҡомдары массивынан эре блоктар сығарыла. Артабанғы этаптарҙа блоктар ҡатламдарға бүленә һәм кәрәкле үлсәмдәге плиткаларға ҡырҡыла.
Плиткалар етештереү буйынса линия - испан производствоһы; уны хеҙмәтләндереү өсөн 18 яңы эш урыны булдырылды. "СтройМинерал" заводы ла ингән "Технониколь" етештереү компанияһы йылына 30 000-50 000 кв.м әҙер продукция сығарырға ниәтләй. Инвестициялар яҡынса 300 миллион һум тәшкил итә.