Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь , 15:31

Айырылышаң икән, пошлинаны 8 тапҡыр арттырып түлә

Рәсәйҙә никахты тарҡатыу өсөн пошлинаны һигеҙ тапҡырға тиерлек, 5 мең һумға тиклем арттырыуҙары ихтимал.

Айырылышаң икән, пошлинаны 8 тапҡыр арттырып түлә
Айырылышаң икән, пошлинаны 8 тапҡыр арттырып түлә

Бындай тәҡдим менән финанс министрлығы сығыш яһаны, тип хәбәр итте РБК 20 июндә Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән һалым тураһында закон проектына төҙәтмәләр тексына һылтанма менән.

Баҫма яҙыуынса, айырылышыу өсөн пошлинаны 650 һумдан 5 мең һумға тиклем күтәрергә тәҡдим ителә. Үҙгәрештәр 18 йәшкә тиклемге уртаҡ балалары булмаған ир менән ҡатын үҙ теләге менән айырылышҡан йәки процесс суд тәртибендә барған осраҡтарға ҡағыла.

Яңылыҡтар 2025 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инер тип көтөлә.

Шулай уҡ исем алмаштырыуҙы рәсми теркәү, шул иҫәптән тейешле таныҡлыҡ алыу өсөн пошлинаның  1,6 мең һумдан 5 мең һумғаса артыуы ихтимал.

Аттестат, таныҡлыҡ йәки квалификация кимәлен раҫлаған башҡа документ, йә иһә юғалтҡан осраҡта уның дубликаты өсөн пошлина күләмен дә 1,3 мең һумдан 2 мең һумға тиклем күтәрергә тәҡдим ителә.

Автор:
Читайте нас: