Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь , 14:10

Биш бала ағыуланып дауаханаға эләккән

Ҡалтасы районында 1 йәштән алып 13 йәшкә тиклемге биш бала ризыҡ менән ағыуланған.

Биш бала ағыуланып дауаханаға эләккән
Биш бала ағыуланып дауаханаға эләккән

Уларҙы ашығыс рәүештә дауаханаға алып киткәндәр. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән ошо хәлгә аңлатма бирҙеләр.

«Тотош ғаилә аҙыҡ менән ағыуланған. Биш пациент ашығыс ярҙам менән Үҙәк район дауаханаһына оҙатылған, бында уларға беренсе ярҙам күрһәтеп, Нефтекама ҡала дауаханаһының инфекция бүлексәһенә күсергәндәр. Бөгөнгә ыңғай динамика күҙәтелә, уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Республика Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 25 июндән территориаль бүлек эпидемиологик тикшереү уҙғара.

Автор:
Читайте нас: