Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь , 17:14

"Журналистика оҫтаханаһы" - республика буйлап

Журналистика, гәзит-журналдар әлеге ваҡытта нисек йәшәй, уларҙы нимә борсой, ҡағыҙ гәзиттәрҙең киләсәге бармы, Интернет селтәрендә эшләү сере, нисек Республика Башлығы грантын оторға тигән темаларға һәм башҡа һорауҙарға яуап алырға республиканың һәр тѳбәктәрендә журналистар семинарҙары үтә.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Семинар-кәңәшмә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
ЖУРНАЛИСТАР ҺӘР САҠ АЛДАН БАРА
Журналистика, гәзит-журналдар әлеге ваҡытта нисек йәшәй, уларҙы нимә борсой, ҡағыҙ гәзиттәрҙең киләсәге бармы, Интернет селтәрендә нисек эшләү сере, нисек Республика Башлығы грантын оторға тигән темаларға һәм башҡа һорауҙарға яуап алырға журналистар Баймаҡ районына йыйылды.
Көньяҡ-көнсығыш райондарының ижади ойошмаһына ҡараған гәзиттәр хеҙмәткәрҙәренең "Журналистика оҫтаханаһы" семинар-кәңәшмәһе  Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан "Ирәндек" турбазаһында үтте. Унда Белорет, Баймаҡ, Сибай, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла   райондары гәзиттәре редакцияларының журналистары, "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто етәкселәре, Башҡортостан Журналистар союзынан  ҡатнаштылар. Әйткәндәй, журналистар семинары Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына үтте.
Журналистарҙы беҙҙең коллегаларыбыҙ - Баймаҡ районының "Һаҡмар", "Баймакские вести" гәзиттәре баш мѳхәррирҙәре Гүзәл Сәлихова менән Дмитрий Фадеев ҡаршыланы. Кәңәшмәне сәләмләү һүҙҙәре менән Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев асты һәм райондың нисек йәшәүе, уның социаль-иҡтисади хәле тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Хатта, урындағы киң мәғлүмәт сараларының эше менән дә таныштырып үтте. 
- Гәзит эше менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып барам.  Үҙ хеҙмәтегеҙ менән йәмәғәтселек фекерен формалаштырып, властың йәмәғәтселек һәм халыҡ менән диалогы өсөн нигеҙ булдырыуығыҙ ҡыуандыра. Журналистар башҡа кешеләргә ҡарағанда һәр саҡ бер аҙым алдан барҙы һәм әле лә шулай. Шуға ла гәзиттәрҙең баш мѳхәррирҙәре менән һәр саҡ бәйләнештәмен, - тине Фәнис  Ғәбдрәшит улы. 
"Республика Башкортостан" нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарған Рәсүл Сәфәрғәлиев сығышын күңелле мәлдән башланы, ул район башлығы Фәнис Әминевҡа һәм бер тѳркѳм журналистарға уңышлы эшләгәндәре ѳсѳн Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Предприятиеға ҡағылышлы кѳнүҙәк мәсьәләләр, финанс хәл тураһында мәғлүмәтте еткерҙе, һорауҙарға яуап бирҙе һәм журналистар семинарының уңышлы үтеүен теләне.
ПРОЕКТ ЯҘ ҘА, ГРАНТ ОТ!
Быйыл киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре тарафынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың грантына бер нисә ҡыҙыҡлы проект тәҡдим ителде.  Улар араһында Ринат Шәйбәковтың "Журналистика оҫтаханаһы" проекты ла еңеп сыҡты. Семинарҙа "Журналистика оҫтаханаһы" проекты авторы, "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының медиадиректоры Ринат Шәйбәков барыһын да ижади эше менән таныштырҙы. Ошо семинар ҙа грант ярҙамында тормошҡа ашырылып, журналистарға осрашырға, фекер алышырға мѳмкинлек тыуҙырҙы. Ринат Рәмил улы һөнәрҙәштәрен ҡыуандырып, гәзит редакцияларына грант иҫәбенә алынған веб-камералар бүләк итте, редакциялар коллективтарын был йүнәлештә тағы ла әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы.
Ринат Рәмил улы дәүләт ҡарамағындағы гәзит-журнал редакциялары араһында төрлө йүнәлештә ижади эштәр конкурсы ойошторолоуы тураһында әйтеп үтте. Еңеүсе редакцияларға ҡиммәтле  бүләктәр әҙерләнеүен хәбәр итте.  
ҠАҒЫҘ ГӘЗИТТӘРҘЕҢ КИЛӘСӘГЕ БАРМЫ?
Был һорау гәзит-журналдарҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе генә түгел, ә баҫмаларҙы яратып уҡыған гәзит алдырыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындыра. Был темаға "Республика Башкортостан" нәшриәт йортоноң  матбуғатты таратыу бүлеге начальнигы Айнар Байбулатов сығыш яһаны. 
- Бына нисә йылдар инде ҡағыҙ гәзит-журналдар бѳтә икән тигән һүҙҙәр йѳрѳй. Ә халыҡ тап бына типография буяуы аңҡып торған баҫмаларҙы ҡулға тотоп уҡырға ярата. Гәзит халыҡты ҙур донъя менән бәйләгән берҙән-бер ысул. Хатта беҙҙән бик алға киткән илдәрҙә лә ҡағыҙ гәзиттәргә ихтыяж ҙур. Ҡайһы бер илдәрҙә гәзит-журналдарҙы хәлле кешеләр генә ѳйгә яҙҙырып уҡый ала. Сѳнки улар бик ҡыйбат тора. Ғѳмүмән, уҡырға яратҡан, күп белергә теләгән, уҡымышлы кешеләр замананың һәр осоронда ла буласаҡ. Ѳфѳлә үткән "Китап байрамында" кескәй балалары булған күп кенә йәш ғаиләләр "Аҡбуҙат" журналын ѳйҙәренә яҙҙырҙы. Ҡалала йәшәгән кескәйҙәр был журналды ҡыҙыҡһынып ҡарай, һүрәттәрен, әкиәттәрен ярата икән. Шулай уҡ күп кенә райондар уҡытыусылары үҙ районы гәзиттәрен күпләп алдыра. Почтальон гәзиттәрҙе мәктәпкә алып барып ҡалдыра. Баймаҡ, Бѳрйән, Әбйәлил, Хәйбулла, Күгәрсен, Дәүләкән, Ишембай, Салауат райондары уҡытыусылары һәм халҡы башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙы алдырыу буйынса беренсе урындарҙа килә. Татар райондары тураһында әйтеп тә тормайым. Шуға ла ул райондар мѳхәррирҙәренә эшләүе лә еңел, сѳнки халыҡ бик әүҙем. Почта булмаған был райондар ауылдарында гәзиттең электрон версияһын да күпләп яҙҙыралар. Был райондарҙа үҙ телеңдә гәзит-журнал уҡыу модаға кереп бара. Халыҡ бер-береһенән күреп бер-нисә баҫмаға яҙыла, был  элекке совет осорон хәтерләтә. Гәзиттәрҙең бөтөүе тураһында пессимистик фараздарға ҡарамаҫтан, был фекер хаталы. Өҫтәүенә, статистика буйынса, нәҡ баҫма киң мәғлүмәт сараларына халыҡ ышана. Күп райондарҙа китап уҡыу тергеҙелә башланы. Хәҙерге йәмғиәттә китап уҡыуҙы яҡшы яңылыҡ, тренд итеп алырға кәрәк. Тимәк, гәзит-журналдар һәр ваҡыт үҙ уҡыусыларын табыр, онотола барған иҫке яңыса яңғырар ваҡыттар етә, - тине Айнар Рязан улы.
Журналистар Союзы рәйесе урынбаҫары Илшат Зарипов "Яугирға хат" республика конкурсының еңеүселәрен билдәләне, уларға Дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Һуңынан Башҡортостан Журналистар союзына яңы ғына ингән журналистарға таныҡлыҡтар тапшырҙы.
БЕЛЕМЕҢДЕ ЯҢЫРТЫП ТОР 
Семинарҙың икенсе ѳлѳшѳндә медиа-тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған оҫталыҡ дәрестәре һәм ҡыҙыҡлы секциялар үткәрелде. 
"Уфатайм" медиахолдингы генераль директоры урынбаҫары, гәзит сайттары буйынса эксперт Олеся Вилданова көньяҡ-көнсығыш райондарының ижади ойошмаһына ҡараған гәзиттәр сайттарына күҙәтеү яһаны. Журналистар ѳсѳн был осрашыу файҙалы булды.
"Эксперт Башкортостана" гәзитенең художество эшмәкәрлеге буйынса техник белгесе  Валерия Любина аҙнаһына бер сыҡҡан гәзиттәр биттәренә мәҡәләләрҙе, фотоларҙы нисек отошло итеп урынлаштырыу буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙе.
"Ватандаш" журналының баш мѳхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның башҡорт баҫмаларына ентекле күҙәтеү яһауы барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы. Мѳхәррирҙәргә гәзиткә яңы эшләргә килгән хеҙмәткәрҙәрҙе нисек итеп мәҡәләләр яҙырға ѳйрәтеп алырға кәрәклеге тураһында күп миҫалдар килтерҙе. Башҡорт гәзиттәре мѳхәррирҙәре журналистар менән берлектә гәзит мәҡәләләрен тикшерҙе, нисек итеп гәзит уҡыусыларға оҡшаған мәҡәләләр яҙыу ысулдарын ҡараны. Журналистар, Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙының: белемеңде һәр саҡ яңырт, яҡшы уйлаған кеше яҡшы яҙа, тигән һүҙҙәре менән тулыһынса килеште. 
Ринат Шәйбәковтың махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләре тураһында  гәзиткә мәҡәлә яҙғанда хаҡһыҙ ҡыланмаҫҡа, зыян килтермәҫкә тигән оҫталыҡ дәресе, "Республика Башкортостан" гәзите фотокорреспонденты, фотолар буйынса эксперт Александр Даниловтың сығышы журналистарға кәрәкле кәңәштәре менән оҡшаны. 
Гәзиттәрҙең Интернет селтәрендәге тѳркѳмдәренә күҙәтеү яһауҙы журналистар кѳтѳп алды. Уны "Тамаша" журналының баш мѳхәррире Илшат Зарипов үткәрҙе. Тѳркѳмдәрҙе алып барған журналистарға белгес кәңәштәре бик ярап ҡалды. Шулай уҡ "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының  мәғлүмәт-технология бүлеге начальнигы Азамат Абдрафиҡовтың кәңәштәре лә файҙалы булды. 
Семинар аҙағында "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының  баш иҡтисадсыһы Айгѳл Абдуллина баш мѳхәррирҙәрҙең, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. 
Тағы бер осрашыу хәтерҙә оҙаҡ йылдар һаҡланырлыҡ матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ул - Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Айҙар Мәжитов менән осрашыу. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы, башҡа күп наградалар кавалеры, "Төнъяҡ Амурҙары" хәрби клубы ағзаһы, тарихсы  Айҙар Рәйес улының башҡорттарҙың ҡаһарманлығы тураһындағы сығышын журналистар йотлоғоп тыңланы. Уның тарихты яҡшы белеүе, аудиторияға мауыҡтырғыс итеп еткерә белеүе журналистарҙы шанлы ла, данлы ла йылдарға алып ҡайтты. Һуңынан журналистар тарихсының үҙе менән алып килгән ҡоралдарын ҡараны, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж һәм уҡ атыу ҡағиҙәләре, алымдары менән танышҡандан һуң, йәйәнән уҡ атып ҡараны. Был оҫталыҡ дәресе лә барыһына ла оҡшаны. Тәжрибә булмай тороп, уҡты ла еңел генә сәпкә тейҙереп булмауына инанды журналистар. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: