Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь , 11:54

Эҙемтәләр бөтөрөлә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив штабында хәүефле һәм насар һауа торошон контролдә тотоу һәм тиҙ саралар күреү өсөн тәүлек әйләнәһенә эш ойошторолдо.

Эҙемтәләр бөтөрөлә
Эҙемтәләр бөтөрөлә

 

Мәҫәлән, республиканың үҙәк һәм көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә быҫҡаҡ һәм көслө ямғырҙар яуған, Йылайыр районында 24 сәғәт эсендә 40 мм-ға тиклем, Баҡалы районында елдең максималь тиҙлеге секундына 17 метрға еткән.

-киҫкен  ел иҫеүе һөҙөмтәһендә 28 июндә киске сәғәт һигеҙҙән Мәләүез районының 6 тораҡ пунктында (Нордовка, Тихоновка, Даниловка, Дмитриевка, Варварино, Петропавловка ауылдары) электр менән тәьмин ителеш боҙолған, 522 йорт утһыҙ ҡалған. МРЭС-тың 3 бригадаһының эше ойошторолған. 22: 30 сәғәттә электр менән тәьмин итеү тулыһынса тергеҙелгән.

 -шулай уҡ көслө  ел Көйөргәҙе районының 2 тораҡ пунктында (Ермолаевка, Бахмут ауылдары) электр менән тәьмин итеүҙе өҙгән, уға 52 йорт эләккән. МРЭС-тың 3 бригадаһының эше ойошторолған. 29 июндә иртәнге сәғәт биштән электр менән тәьмин итеү тергеҙелгән.

- Әбйәлил районы Асҡар ҡасабаһындағы өс шәхси биләмәне һыу баҫыуы тураһында  мөрәжәғәт килә. Ике сәғәт эсендә эште тамамлап, һыуҙан ҡотҡаралар.

- Сибай ҡалаһындағы дүрт шәхси биләмәне һыу баҫыуы буйынса эш алып барыла. Өс сәғәттән һыу китә.

 - шулай уҡ Ишембай ҡалаһындағы цоколь ҡатындағы һыуҙы һурҙырыу буйынса мөрәжәғәт буйынса ярҙам ителде.

29 июндә төндә оҙайлы ямғыр яуыу һөҙөмтәһендә Әбйәлил районының Озерное -  Күсем руднигы автомобиль юлына һыу сыҡҡан. Урынға Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө, ҡотҡарыусылар һәм район хакимиәте башлығы килде. Хәл-торошто баһалағандан һуң, шунда уҡ һәр береһенә шәхси хәбәр ителгән. Халыҡты эвакуациялау өсөн дүрт автобус һәм ваҡытлыса урынлаштырыу пункты әҙерләнгән.  

Эҙемтәләрҙе бөтөрөү буйынса ике экскаваторҙың эше ойошторолған, улар торлаҡ йорттар яғына һыу ағып китеүен булдырмау өсөн юл япмаһының ситен нығыта.

- Ямғырҙар арҡаһында 94 йорт ихатаһы һыу аҫтында ҡалған, торлаҡ йорттарға һыу үтмәгән. Ямғыр һыуын ағыҙыу өсөн автомобиль юлы ситенән траншея ҡаҙыу буйынса эштәр алып барыла.

Автор:
Читайте нас: