Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Июнь , 18:06

Яуым-төшөмдең етди эҙемтәләре бар

Беҙҙә көслө яуым-төшөмдең етди эҙемтәләре бар.

Яуым-төшөмдең етди эҙемтәләре бар
Яуым-төшөмдең етди эҙемтәләре бар

Белорет районында аға торған тау йылғаларының кимәле ҡырҡа күтәрелә. Хәҙер Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 148-149 саҡрымында юл япмаһының йыуылыуы күҙәтелә. Был участкала Рәүәт йылғаһы аша күпер һалынған. Һыу юлға яҡынлаша һәм күперҙе һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Авария һәм юл хәрәкәте хеҙмәттәрен хәлде күҙәтеүгә алалар. Урында ЮХХДИ патруллек итә, юл билдәләре ҡуйылған. Уңайлы һауа торошо һәм йылғалар кимәле түбәнәйгәнгә тиклем был йүнәлештә сығыуҙан тыйылыуығыҙҙы һорайбыҙ. Урау юл - М5 трассаһы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: