Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль , 16:44

Тау йылғаларында һыу ташҡан

Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүе теркәлгән.

Тау йылғаларында һыу ташҡан
Тау йылғаларында һыу ташҡан

Был хаҡта 1 июлдә уҙған оператив кәңәшмәлә республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе.

«Инйәр йылғаһы —1,8 метрҙан, Йүрүҙән иһә 2 метрҙан ашыуға күтәрелгән. Әлегә ошо кимәл һаҡлана», — тине Кирилл Первов.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров һыу баҫыу ихтималлығы булған Әбйәлил, Салауат, Белорет райондары башлыҡтарынан иғтибарлы булыуҙарын һораны.

Автор:
Читайте нас: