Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль , 12:14

31 декабрь ял итәсәкбеҙ

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы белдереүенсә, байрам көндәрен күсереүгә бәйле, 2025 йылдың 31 декабре ял көнө була, тип хәбәр итә РИА Новости агентлығы ведомство башлығы Антон Котяковҡа һылтанма менән.

31 декабрь ял итәсәкбеҙ
31 декабрь ял итәсәкбеҙ

«Быйыл, 2024 йылда, 31 декабрь — ял көнө. Киләһе йылда ла, беҙҙең проектлауҙар буйынса, 31 декабрь ял көнө булып тора. Артабан ҡарарбыҙ», — тип белдерҙе Котяков.

Хөкүмәт быйылғы ял көндәрен уҙған йылдың авгусында раҫланы. 6 һәм 7 ғинуарҙағы байрамдар шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тура килгәс, уларҙы 10 майға һәм 31 декабргә күсерҙеләр. Шунан сығып, быйыл да Яңы йыл алды көнө ял була.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: