Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль , 11:45

Эҫелә һыуһынды нисек ҡандырырға?

Эҫе көндәрҙә кеше организмы ғәҙәттәгенән күберәк шыйыҡса юғалта. Шуға күрә һыу балансын тулыландырып тороу зарур. Әммә бының өсөн бөтә эсемлектәр ҙә яраҡлы түгел.

Эҫелә һыуһынды нисек ҡандырырға?
Эҫелә һыуһынды нисек ҡандырырға?

Белгестәр әйтеүенсә, йәйге селләлә һыуһынды ҡандырған иң яҡшы эсемлек – ул һыу. Уға лимон йә ҡыяр киҫәген өҫтәргә мөмкин. Шулай уҡ аҡ йә йәшел сәй, өй шарттарында бөтнөк, имбир һәм башҡа үләндәр менән әҙерләнгән лимонад та һыуһынды баҫыр.  

Ә бына татлы газлы эсемлектәр эҫе көндәрҙә сәләмәтлек өсөн үтә хәүефле икән. Составында шәкәр күп булғанға күрә, улар организмды тағы ла нығыраҡ һыуһыҙландыра, ти, диетологтар.

Беҙҙең халыҡ иһә элек-электән айран, ҡымыҙ, төрлө үлән сәйҙәре менән һыуһынды баҫыр булған. Шуның менән организмды көс-ҡеүәт менән тулыландырған, иммунитетты нығытҡан.  

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: