Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль , 12:47

Балыҡсыны йәшен атып үлтергән

Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы янында фажиғәле хәл теркәлгән - 57 йәшлек балыҡсыны йәшен атып үлтергән.

Балыҡсыны йәшен атып үлтергән
Балыҡсыны йәшен атып үлтергән

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә көндөҙгө ике тирәһендә ир Үрген йылғаһына балыҡ тоторға киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Ә бөгөн иртән туғаны уның кәүҙәһен ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта тапҡан. Күк күкрәп ямғыр яуа башлағас, ул ағас аҫтына йәшенергә булған, ахырыһы. Ләкин тап ошо ағасты йәшен атҡан. Тәфтиш алды тикшереү бара.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һыу буйына балыҡ тоторға килгән ирҙе йәшен һуҡҡан. Ул урында йән биргән. Балыҡсы өйөнә ҡайтмағас, туғандары уны эҙләргә сыҡҡан. Әлеге ваҡытта фажиғә урынында тикшереү үткәрелә», - тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: йәшен ваҡытында асыҡ урында һәм һыу буйында ҡалырға тырышмағыҙ, яңғыҙ ағас аҫтында тормағыҙ. Әгәр ҙә асыҡ ерҙә тура килһәгеҙ, аяҡтарҙы бергә ҡуйып, эмбрион рәүешендә сүгәләп ултырығыҙ.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: