+20 °С
Ясно
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Әбйәлил районының Яңы Балапан һәм Түбәнге Әбдрәш ауылдарында һыу ташыуға бәйле ике хәл контролдә тотола.
«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Хәл даими контролдә», — тип белдерҙеләр ведомствола.