Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль , 19:01

Водителдәргә яза көсәйтелә

Рәсәйҙә автомобиль номерҙарын йәшергән өсөн бер йылдан алып йыл ярымға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙәре мөмкин.

Водителдәргә яза көсәйтелә
Водителдәргә яза көсәйтелә

Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа тейешле закон проектын ҡабул итте. Ул машина номерын асыҡлауға ҡамасаулаған йәки уны йәшерергә мөмкинлек биргән ҡоролмалар ҡулланылған осраҡтарға ҡағыла. Бының өсөн яуаплылыҡты көсәйтергә кәрәк тигән тәҡдим индерелде. Хәҙер 5000 һум штраф йәки өс айға тиклем транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡаралған.

Дәүләт теркәү билдәләре булмаған машинала ҡабаттан йөрөгән өсөн яза ҡәтғиләнә. Бының өсөн дә йыл ярымға тиклем таныҡлыҡтан мәхрүм ителеү янай. Башланғыс авторҙары фекеренсә, ошондай законһыҙ ғәмәлдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға һәм юл фажиғәләренә килтерә, тип хәбәр итә Дәүләт Думаһының телеграм-каналы.

Әйткәндәй, Башҡортостанда теркәү номерҙарын йәшергән өсөн 400 фура водителенә штраф һалынған.

Автор:
Читайте нас: