Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Июль , 13:28

"Урал" гәзитендә бушлай майҙан биреү буйынса йәрәбә тартылды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттарға "Урал" гәзитендә бушлай майҙан бирелде.

Район хакимиәте бинаһында территориаль һайлау комиссияһы ағзалары, редакция хеҙмәткәрҙәре, кандидаттарҙың ышаныслы вәкилдәре ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттарға, Белорет районы муниципаль район Советына һәм 18 ауыл биләмәһе Советына үҙҙәрен депутатлыҡҡа күрһәткән кандидаттарға 24 июлдә "Урал" гәзитендә бушлай майҙан биреү буйынса  йәрәбә тартыу үткәрелде. 
Башҡортостан Республикаһы Башлығы  вазифаһына дәғүә иткән кандидаттарға "Урал" гәзитендә  бушлай майҙан бирелә:
1. Хәбиров Радий Фәрит улы - 30 август, 2024 йыл, № 35, 2-се бит, урын А.
2. Сухарев Иван Константинович - 23 август, 2024 йыл, № 34, 2-се бит, урын Б.
3. Нагорный Владимир Александрович - 23 август, 2024 йыл, № 34, 2-се бит, урын А.
4. Шәйнуров Артур Альберт улы - 16 август, 2024 йыл, № 33, 2-се бит, урын А.
5. Тимерйәнов Илшат Марат улы - 30 август, 2024 йыл, № 35, 2-се бит, урын Б.
Белорет районы муниципаль район Советына дәғүә иткән 38 кандидатҡа "Урал" гәзитендә - 30 август, 2024 йыл, № 35, 3-сѳ биттә бушлай майҙан бирелә.
18 ауыл биләмәһе Советына үҙҙәрен депутатлыҡҡа күрһәткән 210 кандидатҡа:
1. Асы, Әзекәй, Ломовка, Нура, Сермән, Сосновка, Тимер юл, Үрге Әүжән  ауыл биләмәһе Советтарына депутатлыҡҡа дәғүә иткән кандидаттарға - 16 август, 2024 йыл, № 33, 2-се бит.
2. Егәҙе, Йѳйәк, Инйәр, Ишле, Тирлән, Туҡан ауыл биләмәһе Советтарына депутатлыҡҡа дәғүә иткән кандидаттарға - 23 август, 2024 йыл, № 34, 2-се бит.
3. Ҡағы, Николаевка, Үҙән, Шығай ауыл биләмәһе Советтарына депутатлыҡҡа дәғүә иткән кандидаттарға - 30 август, 2024 йыл, № 35, 2-се биттән агитация материалдарын баҫыу ѳсѳн бушлай майҙан бирелә. 
Белорет районы муниципаль район Советына һәм ауыл биләмәләре Советтарына үҙҙәрен депутатлыҡҡа күрһәткән кандидаттар "Урал" гәзитендә бушлай майҙан биреү исемлектәре менән Белорет муниципаль районы  территориаль һайлау комиссияһының  Интернет тѳркѳмѳндә таныша ала. 
Район һәм ауыл Советтары депутаттарын һайлау өс көн дауамында, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау менән бер рәттән, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үтә.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: