Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август , 14:50

Радий Хәбиров ауыл кешеләренә ярҙам итергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яуым-төшөм арҡаһында бесән әҙерләй алмаған ауыл кешеләре өсөн борсолоуын белдерҙе. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ул район башлыҡтарының проблеманы хәл итеү йәһәтенән мөрәжәғәт итә башлауын белдерҙе.

Радий Хәбиров ауыл кешеләренә ярҙам итергә ҡушты
Радий Хәбиров ауыл кешеләренә ярҙам итергә ҡушты

“Ауыл кешеләре бесән эшләй алмай. Уларҙың ҡышҡа бесәнһеҙ инеүҙәре ихтимал. Ямғырҙарҙан үтә ныҡ ыҙа күргән муниципалитет башлыҡтарына зыян кимәлен билдәләп, был хәлдә халыҡҡа нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы аңлау мөһим”, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы үҙ хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға һәм вице-премьер - төбәктең ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа был эшкә ҡушылырға бойорҙо.

Ике аҙна эсендә ямғырҙан зыян күргән райондарҙа йәшәүселәргә бесән һатып алыу өсөн кәрәкле сумма буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк һәм бындай ярҙам бүлеү механизмы билдәләнәсәк.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: