Башҡортостан аграрийҙарына быйыл 2,2 миллион гектарҙан уңыш йыйып алырға кәрәк. Шуларҙың 1,3 миллион гектары яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культураларға тура килә, 380 мең га — ҡышҡы культуралар; 58 мең гектарҙа – шәкәр сөгөлдөрө, 493 мең гектарҙа майлы культуралар үҫә.
Әлеге ваҡытта республиканың 27 районында иген культураларын урып-йыйыу башланған.
– Бөгөн ни бары 53 мең гектарҙан уңыш йыйып алынған, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илшат Фәзрахманов. — 177 мең тоннанан ашыу иген һуғылған, гектарынан уртаса 33 центнер уңыш алынған. Майлы культураларҙан әлегә ужым арышы ғына йыйып алынған.
Бынан алда «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле, ғәҙәттән тыш режим индерелеүе ихтимал.