Тимер юл ауылында "Ғаилә йылы"-на һәм Тимер юлсылар кѳнѳнә арнап бер кѳндә ике байрам үтте. 2024 йыл - Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы "Ғаилә йылы" тип иғлан ителде. Указ ғаиләне яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителде.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Ғаилә йылының өҫтөнлөктәрен билдәләп:
"Ғаилә йылы"на һәм Тимер юлсылар көнөнә арналған был матур байрам ауылда йәшәгән бар халыҡты бергә тупланы. "Ғаилә кәмәһе" исеме аҫтында үткән был сара Тимер юл ауылының "Комета" физкультура-һауыҡтырыу комплексы яланында ойошторолдо. Байрамға йыйылған халыҡты тѳрлѳ йәштәге балаларҙың "Минең бәхетле ғаиләм" тип аталған күргәҙмәгә ҡуйылған һүрәттәре ҡаршы алды. Ѳләсәй-олатайҙар, ата-әсәләр балаларының һүрәттәрен эҙләп табып, ҡыҙыҡһынып ҡараны, күптәре үҙҙәрен һүрәттәрҙә күреп ҡыуанды. Шулай уҡ Тимер юлында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә арналған фотолар күргәҙмәһе янында халыҡ күп булды. Шатлыҡтан йѳҙҙәре балҡыған кешеләр байрам яланына еткәнсе тѳрлѳ ҡул эштәре теҙелгән башҡа күргәҙмәләрҙе лә йѳрѳп сыҡты. Үҙҙәренә оҡшаған әйберҙәрҙе һатып алды. Бигерәк тә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре, ҡыҙ балалар ѳсѳн милли стилдә эшләнгән, бәйләнгән ҡурсаҡтар янында халыҡ күпләп йыйылды. Тимер юл ағинәйҙәре, "Изге ай" башҡорт фольклор ансамбле тырышлығы менән ике йыл элек асылған "Башҡорт ѳйѳ" этно-музейы ҡуйған күргәҙмә менән халыҡ айырыуса ҡыҙыҡһынды. Барыһы ла милли кейемдәр, ҡатын-ҡыҙҙар ѳсѳн тәңкә, ынйылар менән биҙәп тегелгән биҙәүестәр менән һоҡланды. Беләҙек, сулпы, муйынсаҡ, һырға кеүек әйберҙәр һатып алды. Башҡорт милли ризыҡтарынан, ҡымыҙ-буҙанан ауыҙ итте, башҡорт тирмәһе менән танышты. Тирмә эсендә Тимер юл ауылы ағинәйҙәре барыһын да башҡорт мәҙәниәте, халҡыбыҙҙың элек кѳнкүрештә ҡулланған әйберҙәре менән таныштырҙы. Сағыу тѳҫтәге балаҫтарға, ҡораманан тегелгән әйберҙәргә һоҡланып ҡараны төрлө милләт кешеләре. Зәйлә Хәлилова, Динә Шәйәхмәтова етәкселегендә Тимер юл ағинәйҙәре, "Изге ай" башҡорт фольклор ансамбле ағзалары байрамға килгән халыҡты икмәк-тоҙ, буҙа, ҡымыҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алыуы, был байрамға айырыуса матур төҫ бирҙе. Ололар күргәҙмәләрҙе ҡараған арала бала-саға ѳсѳн "Бәхетле баласаҡ" уйын майҙансығы эшләне. Унда алып барыусылар кескәйҙәр өсөн төрлө конкурстар үткәрҙе. Балалар кем уҙарҙан "Ғаилә колориты" буяуҙар фестивалендә ҡатнашып мәж килде. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн ҡоро душ әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Артабан барыһы ла сәхнә янына Тимер юл ауыл мәҙәниәт йорто коллективы (етәксеһе Александр Житнюк) тарафынан әҙерләнгән "Бѳйѳк мѳхәббәт тураһында риүәйәт" тигән тѳп байрам тантанаһын ҡарарға ашыҡты. Ҡотлау һүҙҙәре менән "Ғаилә йылы"на һәм Тимер юлсылар көнөнә арналған тантанаға килгән етәкселәр сығыш яһаны. Муниципаль райондың ҡала хакимиәте башлығы Евгений Пономарев, муниципаль район хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм кадрҙар бүлеге начальнигы Олеся Борисенко, Тимер юл ауылы хакимиәте башлығы Артур Закиров барыһын да байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Артур Ҡәйүм улы Тимер юл ауылын яратҡан һәм уның үҫешенә, тормошона күп кѳс һалған кешеләрҙе, тимер юлсыларҙы, күп балалы ғаиләләрҙе, алтын туйҙарын билдәләгән парҙарҙы, өлгөлө ғаиләләрҙе, йәмәғәт ойошмаларын, ирекмәндәрҙе Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләп үтте һәм бүләктәр биреп ҡотланы.
Тимер юл ауылы хакимиәте башлығы, район Советы депутаты, йәмәғәт лидеры Артур ЗАКИРОВ:
Ауылда бындай үҙгәрештәрҙе күргән ауыл халҡы ла ҡыуана.
Артабан Ғаилә йылына һәм Тимер юлсылар көнөнә арналған байрамды район Мәҙәниәт йорто, Тимер юл, Ломовка,Тирлән ауылдары мәҙәниәт йорттары үҙешмәкәр артистарының, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының сағыу сығыштары биҙәне. Байрам концертын Ангелина Чернова алып барҙы. Кисен барыһын да “Елмерҙәк” халыҡ этно-рок төркөмө дискотекаға йыйҙы.