Яңылыҡтар
15 Августа 2024, 11:22

Башҡорт балы иң тәмлеһе

Башҡорт балын илдә иң тәмлеһе тип билдәләгәндәр.

Башҡорт балы иң тәмлеһеБашҡорт балы иң тәмлеһе
Башҡорт балы иң тәмлеһе

Социаль селтәрҙә уҙғарылған һораулама буйынса, сәскәле болондарҙа йыйылған башҡорт балы беренсе урынды яулаған – уны тауыш биреүселәрҙең 29 проценты һайлаған. Респонденттар билдәләүенсә, тап беҙҙең төбәктә генә боронғо кәсептәрҙең береһе – солоҡсолоҡ һаҡланған.

Икенсе урынды Краснодар крайы биләй, уны тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың 17%-ты һайлаған. Өсөнсө урында 16 процент тауыш менән Ҡырым балы. Был тарафтың балын да тәмле һәм дауалау сифаттары буйынса уникаль тип иҫәпләйҙәр. Бында башҡа бер ерҙә лә осрамаған бал сорттары бар: лаванда, шалфей балы.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас