Яңылыҡтар
16 Августа 2024, 07:26

Ағас тамыры - кеше зат-ырыуы менән кѳслѳ

2024 йыл Рәсәй Президенты тарафынан "Ғаилә йылы" тип иғлан ителде. Башҡортостан хѳкүмәте лә был ҡарарҙы хуплап ҡаршы алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сатура МингажитдиноваСатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Республика Башлығы  Радий Хәбиров Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙә традицияларҙың көслө булыуын билдәләп:  - "Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаиләгә ҡарата бик ҡәҙерле ҡараш йәшәй. Ғаилә - ул иң мөһиме, тормош мәғәнәһе, ул беҙгә йәшәргә һәм эшләргә көс бирә", тигәйне. 

Нурислам Фәтхелислам улы 1929 йылдың 16 февралендә Сәйетбаба ауылында тыуған. Колхозлашыу йылдарында ата-әсәһе Белорет районының Хоҙайбирҙе ауылына күсеп килә. Ул шунда мәктәпте тамамлағас, Белорет типографияһында хәреф йыйыусы булып эшләй. Яҙыша башлай. Райондың "Сталинсы" гәзите мөхәррире егеттә ижад осҡонон һиҙемләп, хәбәрсе итеп эшкә ала. Һуңынан Нурислам Фәтхелислам улы гәзиттең яуаплы секретары итеп тәғәйенләнә. Ситтән тороп Белорет педагогия училищеһын тамамлай. Әүҙем журналист булараҡ таныла, төрлө жанрҙарҙа ижад итә. Өйләнеп, ғаиләһе ишәйә башлағас, Егәҙе ҡасабаһына күсенә. 1968-1975 йылдарҙа Егәҙе ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Уҡытыусы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, оҫта скрипкасы, һәләтле рәссам, яҡшы фотограф була, төрлө баҫмаларға яҙыша. БАССР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы, Яныбай Хамматов премияһы лауреаты, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Нурислам Шәйхуловҡа быйыл 95 йәш тулыр ине. Егәҙелә остаз йәшәгән урамға яҙыусының исеме бирелгән, уның йортонда мемориаль таҡта урынлаштырылған. Нурислам Фәтхелислам улы Сафия Әхмәтша ҡыҙы менән 48 йыл матур донъя кѳтә. Ғаиләлә береһенән-береһе һәләтле 7 бала тәрбиәләнә. Нурислам Фәтхелислам улының әсәһе Зѳһрә апай ҙа улар менән 52 йыл бергә йәшәй. Сафия Әхмәтша ҡыҙы ҡул эштәренә бик оҫта була, балалар күп булғас, кейемдәрҙе күп ваҡыт үҙе тегә, ҡыҙҙарына сигеп тә кейҙерә. Юҡты бар итеп бешеренә, яҡшы хужабикә, аҡыллы, сабыр ҡатын, балаларының серҙәше була, Нурислам Фәтхелислам улына терәк булып, балаларын тѳрлѳ яҡлап үҫтерергә тырыша.  
Ошо кѳндәрҙә Сафия менән Нурислам Шәйхуловтарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары Егәҙегә, тыуған нигеҙгә йыйылып, Ғаилә йылына арнап Шәжәрә байрамы үткәрҙе.  Байрамдың беренсе ѳлѳшѳндә Ботай ауылында туғандарында атайҙары, олатайҙары Нурислам Шәйхуловтың, әсәйҙәре, ѳләсәйҙәре Сафия Әхмәтша ҡыҙының, мәрхүм булған туғандарының  рухына арнап ҡорбан салдырып, аят уҡытты, доғалары менән мәрхүмдәрҙең рухын яҡтыртты. 
Ғаилә йылына арнап үткәрелгән Шәжәрә байрамы Егәҙелә дауам итте. Саҡырылған ҡунаҡтар Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары иң тәүҙә Шәйхуловтарҙың ѳйѳнә йыйылды. 
Артабан Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған стела урынлашҡан парк янында уларҙы Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев ҡаршы алды.

Рамаҙан Нурислам улы үҙенең хәтирәләрен барлап: 

- Мин Егәҙе мәктәбендә 1971-1978 йылдарҙа уҡыным һәм уны тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаштым, спорт яраттым. Стела янында яҡшы уҡыған башҡа уҡыусылар менән Почетлы ҡарауылда торор инек. Беҙҙең уҡытыусылар Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандары ине. Беҙ уларҙы хѳрмәт менән иҫкә алабыҙ,
тине ул.

Парктан һуң барыһы ла мәктәп музейына юл тотто. Музейға экспонаттар 1995-1996 йылдарҙа йыйыла. Ике ҡатлы яңы мәктәп 1997 йылда асыла. Мәктәптә уларҙы ошо музейҙы асыуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм экспонаттарҙы туплаған Минигѳл Тѳхвәтуллина менән  музей етәксеһе, башҡорт теле уҡытыусыһы Гѳлсирә Һиҙиәтова ҡаршы алды. Музей Рәсәй реестрына индерелгән. Нурислам Шәйхуловҡа арналған мѳйѳш булдырылған. Ҡәләм оҫтаһының "Шаулай Еҙем", "Хәүефле сәфәр", "Һағындырыр һандуғасы", "Суҡмуйыл" исемле китаптары, уның ҡәҙерләп тотҡан шәхси әйберҙәре, автопортреты, һүрәттәре урынлаштырылған. Барыһы ла ҡыҙыҡһынып музей менән танышты. Нурислам Шәйхуловтың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре яҡын кешеләренә арнап эшләнгән стенд янында фотоға тѳштѳ. Рамазан Шәйхулов музейға "Белые степи" тигән, быйыл ғына нәшер ителгән китабын бүләк итте. 
Ғаилә йылына арналған байрам клубта дауам итте. Уны Белорет тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы методисы Любовь Серова алып барҙы. 
Нурислам Шәйхуловтың һәм уның балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, уның туғандарының педагогик стажы 336 йыл тәшкил итә. Ошо ҙур ғаиләлә мәғрифәтселәрҙән тыш яҙыусылар, журналистар, рәссамдар, сәнғәт кешеләре, врачтар, геологтар, аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре энергетиктар һәм башҡа һѳнәр кешеләре бар. Сафия һәм  Нурислам Шәйхуловтарҙың  ете балаһының 6-һы иҫән-һау. Тик Әмир улдары ғына был донъянан иртәрәк китә. Ҡалған балалары барыһы ла хѳрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ кешеләр. Илебеҙҙең тѳрлѳ ҡалаларында тырышып эшләп, ғаилә ҡороп, матур итеп донъя көтәләр. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр  үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Сафия һәм  Нурислам Шәйхуловтарҙың 16 ейән-ейәнсәре, 26 бүлә-бүләсәре бар. 

Байрамға килә алғандар ғаиләләре менән сәхнәгә сығып үҙҙәре менән таныштырҙы. 
Һәр ғаиләгә Рамаҙан Шәйхулов тарафынан әҙерләнгән ғаилә шәжәрәһе һәм Гѳлсѳм Мостафина менән бергәләп сығарылған китап бүләк ителде. "Ожмах ҡайҙа?" ("Где рай?") тип исемләнгән башҡорт һәм рус телдәрендә нәшер ителгән китап ғаилә тарихы тураһында. Был китапҡа Нурислам Шәйхуловтың хикәйәләре индерелгән һәм китаптың тышы ла уның һүрәте менән биҙәлгән.

Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев үҙҙәренең ѳлгѳһѳндә йәштәрҙә илһѳйәрлек тойғолары тәрбиәләгән Любовь Сероваға, Зифа Мѳхәмәтйәроваға муниципаль район Советының Рәхмәт хаттарын, ошо матур байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан Вадим Мѳхәмәтйәровҡа, Данила Матвеевҡа Егәҙе ауыл советының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 
Район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльза Мѳхәмәҙиева "Ғаилә йылы"нда шәжәрә өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу һәм туғанлыҡ ептәрен барлауға ихтирам уятыуҙары, йәш быуынға рухи тәрбиә биреүҙәге әүҙемлектәре өсөн Гөлсөм Нурислам ҡыҙы Мостафинаға, Рәғиҙә Биктай ҡыҙы һәм Рамазан Нурислам улы Шәйхуловтарға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, ә Гөлназ Мансур ҡыҙы Әмироваға урындағы ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Байрамды Нәилә Мѳхәмәҙиева, Әлиә Саматова, Илгиз Сәғәҙәтов, Рѳстәм Миһранов, Тимербай Кәбиров  музыкаль сығыштары менән биҙәне.  Үткәне - данлы, бөгөнгөһө - көйлө, киләсәге - өмөтлө булған башҡорт ғаиләһенә уңыштар теләйбеҙ!

Әлиә САМАТОВА, уҡытыусы, яҙыусы, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, йәмәғәт лидеры: 
Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Исемле йылда йәмғиәттең был категорияһына дәүләт тарафынан иғтибар ҙур. Ғаилә йылында Республикала ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан күп ыңғай эштәр башҡарыла. Ул йәмғиәтебеҙҙә ғаиләнең бәҫен күтәреүгә, тулы ғаиләләрҙә бәхетле балалар тәрбиәләүгә төп иғтибарҙы йүнәлтә. Бала тәрбиәләгән ғаиләләргә матди ярҙам күрһәтеү буйынса ил һәм республика кимәлендә төрлө саралар күрелә, субсидиялар бүленә, яңынан-яңы дәүләт программалары ҡабул ителә. Иң мөһиме, исемле йылда йәшәйештең үҙе кеүек мәңгелек ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йәһәтенән әллә күпме маҡсатлы эштәр башҡарыла, матур саралар үткәрелә һәм  уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ  мин быны хуплайым.
Районыбыҙҙа билдәле ғаиләләр күп. Шуларҙың береһе һәләтле Шәйхуловтар ғаиләһе. Ойошма ағзалары менән бергәләп Егәҙе ауылына Нурислам Шәйхуловтың 95 йыллығына арналған хәтер кисәһендә ҡатнаштыҡ. Әҙиптең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, туған-тумасаһы ауыл урамдарын тултырып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәне. Хатта өҙлөкһөҙ яуған ямғыр ҙа туҡтап ҡалды, тыуған нигеҙгә йыйылғандарҙың күңелен күтәреп, ҡояш йылы нурҙарын һирпте. Быуындар бәйләнеше йылы мөхиттә, йәнле аралашыу, ихлас тәбрикләүҙәр, һоҡланыу һәм ғорурланыу хистәренә үрелеп барҙы. Оҫта рәссам, һүҙ оҫтаһы, әүҙем йәмәғәтсе, данлыҡлы уҡытыусы Нурислам Шәйхуловтың исеме мәңгелек.

Автор:Сатура Мингажитдинова