Яңылыҡтар
16 Августа 2024, 07:06

Ярҙам итеүҙе изге бурыс һанайҙар

Махсус хәрби операция башланғаны бирле район-ҡаланың “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы яугирҙарға ярҙам итеүҙе изге бурыс итте. Маскировка селтәрҙәрен үреү, һалдаттарға йылы ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләү, гуманитар ярҙам туплау кеүек зарури эштәргә ағинәйҙәр иң тәүгеләрҙән булып тотондо.

Ярҙам итеүҙе изге бурыс һанайҙарЯрҙам итеүҙе изге бурыс һанайҙар
Ярҙам итеүҙе изге бурыс һанайҙар

Бына әле лә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам итеү маҡсатында Сосновка ауылы ағинәйҙәре йәнә бер һөнәр үҙләштерҙе - паракордтан браслет үрергә өйрәнде. Оҫталыҡ дәресен ай һайын үҙ аҡсаһына ошондай ҡулбауҙар эшләп, яугирҙарға ебәргән оло йөрәкле райондашыбыҙ Григорий Дорин, Әзекәй ауылы “Ағинәй” ойошмаһы етәксеһе Клара Мостафина, Әзекәй ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Дилә Абдуллина уҙғарҙы.

Ҡул эштәренә маһир инәйҙәр был тәү ҡарамаҡҡа ҡатмарлы тойолған эште аң-тоңона йәһәт төшөндө. Клара Ишмырҙа ҡыҙы иһә ябай ғына итеп карабинлы ҡулбауҙарҙың эшләнешен, ҡулланылышын аңлатып бирҙе. Таҫыллыҡты арттырыу өсөн ҡайһы бер ағинәйҙәр өйгә алып ҡайтып эшләргә лә теләк белдерҙе.

- Бынан ары аҙнаның һәр шаршамбыһында мәҙәниәт усағына йыйылып, паракордтан браслет үрергә тип ҡарар ҡылдыҡ. Үҙ сиратымда, беҙҙең менән оҫталыҡ серҙәре менән бүлешкән Әзекәй ауылы уңғандары - Клара Мостафинаға, Дилә Абдуллинаға сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм! – ти Сосновка ауылы “Ағинәй” ойошмаһы етәксеһе Земфира КӘРИМОВА.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас