Яңылыҡтар
20 Августа 2024, 06:17

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һаҡлана

Синоптиктар Башҡортостанда йәшәүселәргә ҡулсатырҙарын йыраҡҡа алып ҡуймаҫҡа кәңәш бирә. Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һаҡлана.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һаҡланаҠыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һаҡлана
Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һаҡлана

Бөгөн, 20 августа, урыны менән бер аҙ ямғыр көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы +19, +24 градус.

Шаршамбы, 21 августа, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы +9, +14, көндөҙ иһә +17,+ 22 градус.

Автор:
Читайте нас