Яңылыҡтар
21 Августа 2024, 11:23

Алдағы өс көнгә һауа торошо билдәле булды

Алдағы ике көндә республикала ямғырҙар туҡтамай, тип фаразлай синоптиктар.

Алдағы өс көнгә һауа торошо билдәле булдыАлдағы өс көнгә һауа торошо билдәле булды
Алдағы өс көнгә һауа торошо билдәле булды

Бөгөн, 21 августа, Башҡортостанда йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа йәшен. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Көндөҙ һауа +17, +22° тиклем йылына.

Кесаҙна, 22 августа, республикала шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ иһә +15, +20° тиклем күтәрелә.

Автор:
Читайте нас