Башлыса Тамъян, Ҡатай ырыуҙары төйәк иткән Иҙел башында түңгәүерҙәр йәшәгән берҙән-бер ауыл - ул да булһа Исмаҡай. Тарихи сығанаҡтарҙа әйтелеүенсә, революцияға тиклем был ауыл Түңгәүер волосына ҡараған, ул Тамъян-Ҡатай волосы территорияһында анклав рәүешле берҙән-бер тораҡ пункт булған. Фараз буйынса, Исмаҡайға XVIII быуат уртаһында Нуғай даруғаһының Түңгәүер олоҫо башҡорттары тарафынан нигеҙ һалына. Шунан бирле түңгәүерҙәр ырыу тарихын һаҡлап, берҙәм булып ошо бәрәкәтле ерҙе төйәк итә.
Хәйбулла районында уҙған оло йыйынға ла Исмаҡай ауылының һәр йәһәттән әүҙем, фиҙаҡәр кешеләре - райондың Түңгәүер ырыуы Советы рәйесе Хафиз Иҙрисов, Исмаҡай мәктәбе директоры Ришат Йосопов, район хакимиәтенең агросәнәғәт секторы, ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау, прогнозлау бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова, йәмәғәт эшмәкәре Хәниф Әхмәтшин барҙы.
- Ҡунаҡтар өсөн Аҡъяр, Сиҙәм, Таштуғай, Өфө ауылдарында бай йөкмәткеле мәҙәни саралар, спорт уҙыштары ойошторолдо. Ә инде район үҙәгендә сит ил сәхнәләрендә ҡурайҙы данлаған тәүге башҡорт музыканты, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асыу иһә йыйындың иң иҫтәлекле ваҡиғаһы булғандыр. Был тантанала абруйлы ҡунаҡтарҙан Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһы Түңгәүер ырыуы Советы рәйесе Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Азат Айытҡолов, Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Биҡҡолов ҡатнашты.
Беҙҙе, шулай уҡ Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен райондарынан килгән делегаттарҙы Өфө ауылы халҡы ихлас ҡаршы алды. Урындағы маһирҙарҙың ҡул эштәре күргәҙмәләре, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музей фондында һаҡланған тарихи ҡомартҡылар һәммәбеҙҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Өфө ауылының “Ағинәйҙәр” клубы сәхнәләштергән сабыйға исем ҡушыу йолаһы, йөкмәткеле концерт матур тәьҫораттар ҡалдырҙы, - ти Олеся Хафиз ҡыҙы.
Район Мәҙәниәт йортонда уҙған дөйөм йыйылышта бының ише башҡорт ырыуҙары хәрәкәтенең маҡсат-бурыстары, тарихи, тәрбиәүи әһәмиәте, зарурилығы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Йомабай Иҫәнбаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында китап-альбомдың исем туйы, яңы табылған архив материалдарын байҡап, бәғзе мәғлүмәттәрҙе дөрөҫләү, йыйындың резолюцияһын ҡабул итеү шулай уҡ маҡсатҡа ярашлы ғәмәлләште. Түңгәүерҙәрҙең күсмә штандарты иһә киләһе йыйын хужаларына - Бөрйән районы делегацияһына тапшырылды.