-4 °С
Болотло
Грипҡа ҡаршы вакцина төбәктәргә таратылды, тип билдәләне ул. Ил халҡының — 60%, хәүеф төркөмөнә ҡарағандарҙың 75% прививка яһау планлаштырыла. Быйыл гриптың A H3N2 варианты өсөн бер компонент алмаштырылды.
«Грипты иҫкәртеү һәм вакцинация – бик мөһим. 2023 йылда грипп илебеҙгә 9 миллиард һумдан ашыу иҡтисади зыян килтерҙе. «Иҡтисади зыян» күрһәткесенә инфекцияның таралыуына ҡаршы тороу, дауалау, граждандарҙың ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлығы өсөн сығымдар һәм башҡалар ҡарай», - тине күҙәтеү ведомствоһы етәксеһе.