Яңылыҡтар
6 Сентября 2024, 11:33

"Бөгөн тауыш биреп, киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ"

18 йәшен тултырған Екатерина Куканованың һайлауҙа беренсе тапҡыр ҡатнашыуы. Ҡаланың  Белорет педагогия колледжының III курсында туризм буйынса һөнәр үҙләштергән ҡыҙ донъяға, кешеләргә позитив ҡарашта булыуы, киләсәккә матур пландар ҡороп йәшәүе менән һоҡландырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Бөгөн тауыш биреп, киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ""Бөгөн тауыш биреп, киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ"
"Бөгөн тауыш биреп, киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ"

- Бөгөн тауыш биреп, беҙ киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ. Был мөһим саранан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Шәхсән үҙем йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш биргән, һәр йәһәттән үҫешкә әйҙәгән, ярҙам иткән матур киләсәк өсөн, - ти һылыуҡай тыйнаҡ йылмайым.

 1280-се һайлау участкаһының комиссия ағзалары иһә тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәгән йәштәрҙе ихлас ҡаршылап, иҫтәлекле бүләктәр менән оҙатып ҡала.   

Автор:Нэркэс Сулейманова