+14 °С
Облачно
- Республикабыҙ яҙмышын билдәләгән мөһим ваҡиғала ҡатнашыу - һәр кемдең зарури гражданлыҡ бурысы. Тауыш биреп, беҙ үҙ ҡарашыбыҙҙы, позициябыҙҙы белдереп кенә ҡалмайбыҙ, ә тотош төбәктең, унда йәшәгән халыҡтарҙың киләсәген хәстәрләйбеҙ. Беҙҙең коллективта 28 хеҙмәткәр эшләй һәм уларҙың барыһы ла был көндәрҙә мотлаҡ тауыш бирәсәк.
Әйткәндәй, һайлауға һәр ваҡыт балалар менән бергәләп йөрөйбөҙ. Улар ҙа беҙҙең өлгөлә гражданлыҡ бурысын аңлап, киләсәк өсөн яуаплылыҡ тойоп, үҙ еренең илһөйәр ул-ҡыҙҙары булып үҫергә тейештәр, - ти Зилә Рәхим ҡыҙы.