Яңылыҡтар
6 Сентября 2024, 09:44

"Еңел, мул тормошта йәшәйбеҙ"

Белорет ағинәйе Рәхилә Ишмөхәмәтова үҙ ғүмерендә бер һайлауҙы ла ҡалдырмаған. Ҡаланың 21-се мәктәбендә урынлашҡан 1280-се һайлау участкаһына ла ул иң тәүгеләрҙән булып килеп еткән.

"Еңел, мул тормошта йәшәйбеҙ""Еңел, мул тормошта йәшәйбеҙ"
"Еңел, мул тормошта йәшәйбеҙ"

-Ай-һай, элек заманалар ауыр булған икән ул. Ауыл мәктәбенең VIII класынан һуң 13-14 йәшлек кенә сағыбыҙҙа ҡалаға килдек. Ни кейем, ни йәшәргә урын юҡ. Училищены тамамлап, Белорет металлургия комбинатының 6-сы цехына эшкә урынлашҡанда ла йәшем етмәгәйне әле. 10 йыл заводта, 33 йыл һатыу өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Тормош иптәшем менән ике балаға ғүмер бирҙек. Хәләлем менән улым ғына бик иртәләнеләр был донъянан. Шулай ҙа тәҡдиремә шөкөр ҡылып, һәр көнгә ҡыуанып йәшәп ятыуым. Тормош анһат хәҙер, етешлектә, муллыҡта ғүмер итәбеҙ Иң мөһиме, ерҙә тыныслыҡ урынлашһын да илдәр татыулашһын. Альбина ҡыҙым менән Артур кейәүемдең, ейәнсәрҙәремдең бәхетенә, тулы ҡанлы тормошона һөйөнәм. Бәрәкәтле, ырыҫлы нигеҙ ҡорғандар, яҡшы урындарҙа эшләйҙәр.

Һигеҙенсе тиҫтәмде ваҡлаһам да, йәшәремде йәшәгәнмен, тип ҡул һелтәп өйҙә ятыуҙы килештермәйем, һайлауҙа ҡатнашыуҙы үҙемдең мөһим гражданлыҡ бурысым итеп тоям, - ти Рәхилә Борхан ҡыҙы.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас