Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь , 17:25

Беҙ - яҡты киләсәк өсөн

Уҡшук биҫтәһендәге 1297-се һайлау участкаһында һайлауҙың икенсе көнө бик йәнле бара.

Беҙ - яҡты киләсәк өсөн
Беҙ - яҡты киләсәк өсөн

Бында йәшәгән халыҡ Республика Башлығын һайлау - төбәктең алдағы 5 йылға үҫеш йүнәлешен, киләсәген билдәләгән мөһим сәйәси ваҡиға икәнлеген яҡшы белә.

Ғаиләләре менән һайлау участкаларына килеп, үҙ өлгөләрендә уларға был көндөң әһәмиәтле булыуын бәләкәйҙән төшөндөргән ата-әсәләр байтаҡ. Мәғариф өлкәһендә эшләгән Юлиә Ғәликәева улы Айсыуаҡ, Саньяр һәм ҡыҙы Нургөл менән бергә тауыш бирҙе.

- Һайлау көнө бала саҡтан байрам көнө кеүек хәтерҙә ҡалған һәм атай-әсәйемдең һәр саҡ был көнгә яуаплы ҡарауы аңыма һеңгән. Шуға күрә, балаларыбыҙға әленән үк үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәү кәрәклеген аңлатырға тырышам. Яҡты, тыныс киләсәгебеҙгә өмөт итеп, үҙ тауышымды лайыҡлы кандидатҡа бирҙем, - тине Юлиә Әхмәтйән ҡыҙы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: