Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь , 14:39

Боғанаҡтар әүҙем тауыш бирә

Боғанаҡ мәктәбендә урынлашҡан 1311-се һайлау участкаһында халыҡ икенсе көндә лә әүҙем һайлай.

Боғанаҡтар әүҙем тауыш бирә
Боғанаҡтар әүҙем тауыш бирә

- Ауыл кешеһе өсөн көндөң һәр сәғәте ҡәҙерле, шуға ла күптәр иртүк килеп тауыш бирә. Ғаиләләр менән килеүселәр ҙә байтаҡ. Бәлиғ булған биш йәш кеше быйыл тәүләп гражданлыҡ бурысын үтәй, уларға махсус бүләктәр әҙерләнек. Әле бына беренсегә һайлаған шәп егетебеҙҙе - Магнитогорск политехник колледжы студенты Алишер Юнысовты тантаналы рәүештә бүләкләп оҙаттыҡ. Оло йәштәге һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һайлаусыларыбыҙ иһә өйҙән тауыш бирә, - ти һайлау участкаһы рәйесе Людмила Ватагина.

25 йыл Боғанаҡ мәктәбендә биология, хеҙмәт, рәсем дәрестәренән уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран уҡытыусы Бибинур Мөхәмәтдин ҡыҙы Нибәрәкова тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәгән.

- Үҙем дә ғүмер буйы һайлау комиссияһы ағзаһы булғанғамы икән, гражданлыҡ бурысына үтә яуаплы ҡарайым, бер һайлауҙан да тороп ҡалғаным юҡ. Иң мөһиме, донъяла тыныслыҡ урынлашһын, мәктәптәр элекке кеүек гөрләп торһон, йәш уҡытыусылар эшкә килһен. Хаҡлы ялдағыларға - пенсия, эш кешеһенә хеҙмәт хаҡы артһын, - тип үҙ теләктәрен еткерә хаҡлы ялдағы педагог.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: