Яңылыҡтар
7 Сентября 2024, 07:06

Иң мөһиме, балалар бәхетле булһын

Өлгөлө ғаиләләр һәр йәһәттән үрнәк инде ул. Динара һәм Фаяз Солтановтар ҙа Белорет ҡалаһының 1279-сы һайлау участкаһына яҡшы кәйеф, матур уй-ниәттәр менән бергәләп килгән. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының II класында белем алған шуҡ игеҙәктәр - Зарина менән Рияз да, ана, атай-әсәй янында бәхетле йылмая.

Иң мөһиме, балалар бәхетле булһынИң мөһиме, балалар бәхетле булһын
Иң мөһиме, балалар бәхетле булһын

16 йыл ҡаланың башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Динара Әхәт ҡыҙы әйтеүенсә, балаларҙы өгөт-нәсихәт менән түгел, ә тап үҙ өлгөңдә, яҡшы эш-ғәмәлдәр, күркәм холоҡ-фиғел арҡылы тәрбиәләү зарур.

- Һайлауға һәр саҡ ғаиләбеҙ менән бергәләп йөрөйбөҙ. Бәләкәстәребеҙ ҙә белеп үҫһен әйҙә гражданлыҡ бурысы тураһында. Өлкән ҡыҙыбыҙ Диана Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының IV курсында белем ала, ул иһә Өфөлә тауыш бирә. Беҙҙең өсөн иң мөһиме балаларыбыҙ һау-сәләмәт булып, бәхетле, матур тормошта йәшәһендәр, донъялар тыныс, имен булһын, - ти Солтановтар бер тауыштан.      

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас