Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь , 14:50

Баян моңо - һайлауҙа

Инйәрҙең 1323-сө һайлау участкаһында тере атмосфера хакимлыҡ итә, бында һайлаусыларҙы баян моңдары аҫтында ҡаршы алалар.

Баян моңо - һайлауҙа
Баян моңо - һайлауҙа

Йыр-моң кәйефте күтәрә һәм кешеләр участканан ҡайтырға ашығырға теләмәй. Ҡайһы берҙәре йырлай, ҡайһы берҙәре хатта бейей. Бейеү һәм күңел йырҙары һайлаусыларҙың рухын күтәрә. Айырыуса "Өс танкист" йыры һәр кемдең күңеленә хуш килде, ул көслө алҡыштарға күмелде."Байрам менән һеҙҙе, танкистар!", - ти баянсы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: