Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь , 17:13

Имен тормош өсөн

Шығай ауылы ағинәйе Алмабикә Әлипбай ҡыҙы Ғәлиуллинаға 83 йәш. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул бер һайлауҙы ла ҡалдырмай, шәхсән үҙе тауыш бирергә килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылды тыуып, бала ғына көйө тормоштоң бар әсе-сөсөһөн татыған, бихисап һынауҙарға дусар булған инәй һәр көндөң ҡәҙерен белеп, һәммәһенә шөкөр ҡылып йәшәй.

Имен тормош өсөн
Имен тормош өсөн

Тормош иптәше Рәит Ғәлиуллин менән ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән улар. Үкенескә ҡаршы, хәләле бынан 35 йыл элек мәрхүм булып, өс баланы бер үҙе аяҡҡа баҫтырған. Хаҡлы ялға сыҡҡансы байтаҡ йылдар ”Заря” колхозында һауынсы булып эшләй. Фиҙаҡәрлеге, намыҫлы хеҙмәте арҡылы бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ була. Наградалары араһында “Һуғыш балалары” миҙалын ул айырата ҡәҙерләп һаҡлай.

Ике улы - ике терәге Рәмил менән Рәсих башлы-күҙле булып, Шығай ауылында сынъяһау донъялар ҡорғандар, ауылдаштары араһында яҡшы холоҡ-фиғелдәре, эш-ғәмәлдәре менән ихтирам яулағандар. Фларида менән Юлиә килендәре лә һәр йәһәттән уңған, ҡәйнәләре өсөн өлтөрәп торалар. Дүрт ейәнгә, ике ейәнсәргә яратҡан өләсәй булып, һәр ҡайһыһын хәстәрләп, матур ҡартлыҡ кисерә Алмабикә Әлипбай ҡыҙы.

- Шөкөр, етеш, бәхетле тормошта йәшәйбеҙ, донъялар ғына тыныс торһон, - ти ағинәй изге теләктәрен еткереп.     

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: