Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь , 14:24

Көҙгө йәрминкәләр гөрләй

Һайлауҙың өсөнсө көнөндә Шығай күп тармаҡлы ауыл клуб фойеһында бай йәрминкә ойошторолдо. Көҙгө уңыштарҙан үҙенсәлекле сағыу күргәҙмә, төрлө ризыҡ-тәғәмдән, йәшелсә-емештән һығылып торған өҫтәлдәр, маһирҙарҙың ҡул эштәре барыһын да хайран ҡылды.

Көҙгө йәрминкәләр гөрләй
Көҙгө йәрминкәләр гөрләй

- Ауыл кешеләре үҙҙәре үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә һәм башҡа продукцияһын тәҡдим итә. Мәҫәлән, ауыл уңғанбикәһе Венера Эниева ғына 16 төр ризыҡ һәм баҡса уңышын килтергән. Һәр йәһәттән оҫта ауылдашыбыҙ Нурбикә Әнүәр ҡыҙы Канафина үҙе әҙерләгән ташҡабаҡ, сейә һуттарын, ҡышҡылыҡҡа ябылған рассольник һәм башҡа продукцияһын һатыуға ҡуйған. Учалынан килгән Файза Фәттәхова ла матур ҡул эштәрен - автомобиль креслоһына мендәрҙәр, үҙенсәлекле сумкалар тәҡдим итә. Һөт, ҡорот, аҡ һәм һары май, өй шарттарында әҙерләнгән сыр, ҡабымлыҡтар, бәлеш-бөйөрөктәр, сәксәк - һәммәһе бар йәрминкәлә.

Балаларҙың әүҙемлеге лә һөйөндөрмәй ҡалмай. Ғөмүмән, беҙҙең маҡсат - балаларҙы һатырға, аҡса эшләргә өйрәтеү. Ҡыҙ-малайҙар гөл үҫентеләрен, бәйләнгән түшәктәр, милли биҙәүестәр, ҡамыр ризыҡтары, ауыл йомортҡаһы менән һатыу итә. Сөмбөлә байрамына ярашлы уҙғарылған көҙгө йәрминкәне йыл да ауыл халҡы көтөп ала, - ти Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Сабирйән ҡыҙы Ғәлиуллина.  

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: