- Был участкала Шығай һәм Новобельский ауылдары һайлай. Халыҡтың күбеһе гражданлыҡ бурысын үтәне лә инде. Бөгөн Новобельский ауылы кешеләрен һайлау участкаһына махсус транспорт алып килде. Килергә мөмкинлеге булмағандар иһә өйҙән тауыш бирә. Һайлау участкаһына иң беренсе булып килгәндәр һәм тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәүселәр өсөн иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнек. Һайлаусылар шулай уҡ “Рәхмәт - 2024” акцияһында ла бик әүҙем ҡатнаша. Өс көндә лә тауыш биреү тыныс шарттарҙа үтә, тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәй, - ти һайлау участкаһы рәйесе Дилбәр Йомабай ҡыҙы Рәхмәтова.
Әйткәндәй, Шығай ауылының иң оло кешеләренең береһе - 83 йәшлек Алмабикә Ғәлиуллина һайлау участкаһына шәхсән килеп гражданлыҡ бурысын үтәгән. Күп тармаҡлы ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле ағзаларының милли кейемдә берҙәм генә килеп тауыш биреүе лә һайлау барышын бермә-бер йәмләп, йәнләндереп ебәргән.
Блогер-күҙәтеүсе Нурсилә Гнедкова социаль селтәрҙәрҙә һайлау барышын тулыһынса яҡтыртып бара. Участкала шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы күҙәтеүсеһе Йәүҙәт Ямалетдинов эшләй.