-3 °С
Болотло
Сәйбә Хажиәхмәт ҡыҙы менән Тимерйән Ҡаҙаҡҡол улы хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Ауылда ойошторолған бер сара ла уларһыҙ үтмәй.
Юлиә һәм Данил Ғилмановтар иһә туғыҙ бала тәрбиәләйҙәр. Олоҡастары Дим Белорет педагогия колледжында белем алһа, кинйәләре Әмирҙең тыуыуына 19 көн генә әле. Йәш ғаилә лә һәр йәһәттән үрнәк алырлыҡ. Яңы йыл алдынан уларҙың йорт алды мөғжизәле әкиәт илен хәтерләтә.
Балаларын үҙ иленең яуаплы, илһөйәр граждандары итеп тәрбиәләгән Ғилмановтарға афариндан башҡа һүҙ юҡ.