Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь , 14:22

Илһөйәр рухлы яҡташтарыбыҙ менән ғорурбыҙ

Кисә район-ҡаланың оло йөрәкле, илһөйәр граждандарына – Белорет, Боғанаҡ, Тирлән, Үҙән ауылдарының 38 ирекмәненә район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Илһөйәр рухлы яҡташтарыбыҙ менән ғорурбыҙ
Илһөйәр рухлы яҡташтарыбыҙ менән ғорурбыҙ

Йыл ярымдан ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға һәр йәһәттән ярҙам күрһәткән был яҡташтарыбыҙ, ысынлап та, оло баһаға лайыҡ. Улар шәхси ваҡытын бүлеп, кем уҙарҙан маскировка селтәрҙәрен бәйләү, яу шарттарында айырата зарури ҡоро душ, блиндаж шәмдәрен яһау, тыуған яҡ үләндәренән шифалы сәйҙәр әҙерләү, матди ярҙам, гуманитар йөк туплау менән шөғөлләнә. Ошо ваҡыт арауығында ғына ирекмәндәр тарафынан 19 мең самаһы шәм, 29 мең ҡоро душ йыйылмаһы, 250-нән ашыу маскировка селтәре эшләнгән. Матди ярҙамдың дөйөм суммаһы иһә бер миллион һум самаһы. Әгәр элек бер маскировка селтәрен яһау өсөн ике аҙна талап ителһә, хәҙер алты тәжрибәле кеше уны 2-3 сәғәт эсендә бәйләй! Күптән түгел ирекмәндәр разведчиктар өсөн нашлемниктар ҙа эшләй башлаған.

Ирекмәндәрҙе район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Изге Николай ғибәҙәтханаһы настоятеле отец Василий тәбрикләне. Һәммәһенә лә сабырлыҡ, именлек, күтәренке рух теләне улар.

Был изге эште һәр йәһәттән күтәремләп, хуплап торған отец Василийҙың ғибәҙәт ҡылыуынан һуң һәр ирекмәнгә тантаналы рәүештә Рәхмәт хаттары тапшырылды.

- Яугирҙарға хәлебеҙҙән килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Тәүҙә аҡсалата ғына ярҙам итһәк, хәҙер бына Боғанаҡ ауыл мәҙәниәт йортона маскировка селтәрҙәре үрергә лә йөрөйбөҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡындарыбыҙ ҙа бихисап. Ил һаҡсылары тураһында хәстәрлек күреүҙе үҙебеҙҙең изге бурысыбыҙ тип һанайбыҙ, - ти Боғанаҡ ауылы әүҙемдәре, ирле-ҡатынлы Сайма Сөләймән ҡыҙы Басырова менән Рим Фазылхан улы Миниханов.  

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: