Өфө ҡалаһы буйынса 2-се полиция бүлегенә 50 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уның һүҙҙәренсә, уғрылар ғариза яҙыусыға медицина страховкаһын рәсмиләштерергә тәҡдим иткән. Енәйәтсе билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, үҙен страховка компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған. Һөйләшеү барышында ҡатын смс-та килгән кодты әйткән. Бер аҙ ваҡыттан һуң ҡатынға яңы номерҙар шылтырата башлай: был юлы улар үҙҙәрен “Дәүләт хеҙмәттәре”, Федераль именлек хеҙмәте, Рәсәй Үҙәк банкы хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Аферистар ҡатындың аҡсаһын урлатыуға юл ҡуймаҫ өсөн, ашығыс рәүештә банктағы махсус иҫәпкә 800 мең һум күсерергә кәрәк, тип ышандырған. Һөҙөмтәлә Өфөлә йәшәүсе страховкаһыҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалған.
Тағы ла бер осраҡ Яңауыл районында теркәлгән. 49 йәшлек ир Интернет селтәрендә тиҙ аҡса эшләү тураһында иғланға тап булыуын һөйләй. Күп тә үтмәй уға компанияның “менеджер”ынан шылтыратыу килә. Аферист иргә социаль селтәрҙәрҙә кафе һәм һатыу нөктәләрен үҫтергәне өсөн аҡса вәғәҙәләй. Хеҙмәткәрҙең эше еңел була: билдәһеҙ мессенджерҙағы һылтанмалар буйынса үтеп, “лайк”тар ҡуйырға кәрәк. Әммә, һуңғараҡ асыҡланыуынса, был эштә мутлашыусылар үҙҙәре генә аҡса эшләгән. Улар үҙҙәренә 925 мең һум күләмендә аҡса күсергән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: интернеттағы шикле вакансияларға яуап бирмәгеҙ, бигерәк тә ниндәйҙер сәбәп менән аҡса талап итһәләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Дәүләт хеҙмәттәре” хеҙмәткәрҙәре ҡулланыусыларға шылтыратмай һәм махсус иҫәптәргә ҙур суммалағы аҡса күсереүҙе һорамай. Уяу булығыҙ һәм мутлашыусыларҙың хәйләләренә ышанмағыҙ.
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығы.