Ғаилә ҡороусылар – Мәләүез егете, БТР водителе Роман һәм Күмертауҙан ирекмәндәр ойошмаһы шәфҡәт туташы Екатерина. Улар хәрби бурыс үтәгән ваҡытта фронтта яраланып, бөгөн Күмертау дауаханаларының береһендә сәләмәтлектәрен тергеҙә. Дауаланғандан һуң кейәү менән кәләш республика шифаханаларының береһенә туй сәйәхәтенә юллана. Юллама алыу йәһәтенән документтар менән социаль координаторҙар ярҙам иткән.
Республикала йәшәүселәр оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә ала. Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем контракт төҙөгәндәргә 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Бынан алда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдереүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме арттырылды. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан хәрбиҙәр бер юлы 1 миллион 205 мең һум аҡса аласаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы указы менән арттырылған түләүҙәр срогы быйылғы йылдың 31 октябренә тиклем оҙайтылды.
Буласаҡ контрактниктар үҙенең туғандары һәм яҡындары хеҙмәт иткән подразделениеға барырға теләк белдерә ала. Бының өсөн һалдат иптәштәре булған хәрби часть менән килешеү төҙөй.
Һорауҙарҙы Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 һандары буйынса бирергә мөмкин, һайлап алыу пункты номеры - (347) 248-29-31.