Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь , 10:39

"Иғтибар - балалар!" киң күләмле акцияһы старт алды

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов социаль селтәрҙә водителдәрҙе "Иғтибар - балалар!" киң күләмле акцияһы башланыуы тураһында иҫкәртә.

"Иғтибар - балалар!" киң күләмле акцияһы старт алды
"Иғтибар - балалар!" киң күләмле акцияһы старт алды

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың 9 айында республика биләмәһендә 16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 365 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 9 бала һәләк булған һәм 392 кеше тән йәрәхәттәре алған. 

- Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары етди саралар күреүҙе талап итә. Улар пассажирҙар, йәйәүлеләр йәки водителдәр сифатында имгәнәләр, - ти ведомство етәксеһе.

"Иғтибар - балалар!" акцияһы - балаларҙың юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү буйынса профилактик саралар комплексы. Республика уҡыусылары "Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы" республика КВН-ы финалында, "Юл патруле. Төбәк 102" профилле сменаһында,  "Медиа ЮИД", "Профессия ЮИД"Бөтә Рәсәй социаль-мәғариф проекттарында ҡатнаша ала. Акция 15 ноябргә тиклем дауам итә.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-28/nachalnik-gai-bashkirii-predupredil-voditeley-o-shirokomasshtabnoy-aktsii-3986189

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: