Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь , 11:09

Оперштаб ҡарарҙарын үтәү мотлаҡ

Башҡортостанда оператив штаб ҡарарҙарын үтәмәүселәргә ярты миллион һумға тиклем штраф һалыу тураһында закон ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр төбәк Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.

Оперштаб ҡарарҙарын үтәү мотлаҡ
Оперштаб ҡарарҙарын үтәү мотлаҡ

 Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы -  Ҡоролтай тарафынан административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында республика Кодексына үҙгәрештәр индерелә. Закон менән төбәк Башлығы - оператив штаб етәксеһе ҡарарҙарын үтәмәгән өсөн штрафтар билдәләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, оператив штаб Башҡортостанда Рәсәй Президенты указы менән индерелгән база әҙерлеге режимын тәьмин итеү буйынса эште координациялай. База әҙерлеге режимы йәмәғәт тәртибен, йәшәүҙе тәьмин итеү объекттарын һаҡлауҙы көсәйтеүҙе күҙ уңында тота һәм дөйөм алғанда халыҡты һәм территорияны ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлауға һәм Ҡораллы Көстәрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Дәүләт Йыйылышында.

“Оператив штаб етәкселегенең ҡарарҙары мотлаҡ үтәлергә тейеш. Уларҙы боҙған өсөн закон штраф санкциялары индерә. Административ яуаплылыҡ башҡарма дисциплинаны нығытасаҡ”, - тип өҫтәне Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев.

Закон буйынса төбәк Башлығы (БР оператив штабы) ҡарарын үтәмәү йәки боҙоу граждандарға - 3000 һумдан 5000 һумға тиклем, вазифалы кешеләргә - 10 000 һумдан 30 000 һумға тиклем, юридик кешеләргә 100 000 һумдан 500 000 һумға тиклем административ штраф һалыуға килтерә.

Закон Башҡортостан Башлығына ҡул ҡуйыуға ебәрелгән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-10-28/v-bashkirii-prinyat-zakon-o-shtrafah-za-neispolnenie-resheniy-opershtaba-3986258

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: