Яңылыҡтар
28 Октября 2024, 05:17

Рәсәй банкы төп ставканы йылына 21%-ҡа тиклем күтәрҙе

Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы 19 проценттан 21 процентҡа тиклем арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй банкы төп ставканы йылына 21%-ҡа тиклем күтәрҙеРәсәй банкы төп ставканы йылына 21%-ҡа тиклем күтәрҙе
Рәсәй банкы төп ставканы йылына 21%-ҡа тиклем күтәрҙе

Был хаҡта Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте белдерҙе. Билдәләнеүенсә, инфляция Рәсәй банкының июлдәге прогнозынан юғарыраҡ. 21 октябргә ҡарата, йыллыҡ инфляция 8,4% тәшкил иткән һәм 2024 йыл йомғаҡтары буйынса 8-8,5% тирәһе булыр тип көтөлә.

Рәсәй банкы Директорҙар советының киләһе ултырышы 20 декабрҙә була. Унда төп ставканың кимәле тураһында мәсьәлә ҡарала. Рәсәй банкы киләһе ултырышта ставканың йәнә артыуы ихтималлығын фаразлай.

Автор:Нэркэс Сулейманова