Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2024, 15:38

“Хыялымды тормошҡа ашырҙым”

“Башҡорт өйө” музейын асыу минең күптәнге хыялым ине

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Гүзәллеккә, матурлыҡҡа ынтылып йәшәгән кеше һәр ваҡыт юғары хыялдар, маҡсаттар менән йәшәй. Резеда Сайдарова тап шундай кешеләрҙең береһе.  Ул “Гүзәл” туҡымалар салоны хужабикәһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшҡыуары, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, "Һаҡлаусы фәрештә" почет билдәһенә лайыҡ булыусы, Рәсәй, Башҡортостан, район-ҡала кимәлендә үткәрелгән конкурстар лауреаты, әүҙем йәмәғәтсе. Резеда Рифҡәт ҡыҙы район-ҡалабыҙҙа ғына түгел, ә республикала үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән билдәлелек яулаған кеше. 

- Республикала башҡорт мәҙәниәтен тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирелә: тарихҡа, музыкаға, киноға, сәнғәткә, әҙәбиәткә, - тине Радий Хәбиров. Һәләтле кешеләребеҙ ҙә бик күп, улар Башҡортостан үҫешенә үҙ өлөшөн индерә, төбәктең иҡтисади таянысы булып тора. Һәм, әлбиттә, беҙҙең йолалар һәм мәҙәниәтте һаҡлауҙа улар төп көс,
тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.
"Ҡоролтай - башҡорт милләте, республика өсөн бик мөһим ваҡиға.Һәм беҙ уны еңел булмаған осорҙа үткәрәбеҙ. Беҙҙең халыҡты тарҡатырға тырышалар, әммә был мөмкин түгел", - тигәйне "Тура бәйләнеш"тә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тиҙҙән үтәсәк халҡыбыҙҙың оло йыйыны тураһында.

6 декабрь, ҡаланың Точисский урамы, 23-сө йорттоң 3-сө ҡатында  Резеда Рифғәт ҡыҙы “Башҡорт өйө” музейын асты. Был ҡалабыҙ өсөн тарихи ваҡиға “Ғаилә йылы”на арналды һәм 12-14 декабрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына ҡарата эшләнде. 

- “Башҡорт өйө”н асыу минең күптәнге хыялым ине һәм мин уны тормошҡа ашырҙым, - ти Резеда Сайдарова ихлас йылмайып. Күңелемдә ошо идеяны оҙаҡ йылдар йөрөттөм. Күп кенә музейҙарҙа, һуңғы йылдары районыбыҙҙа ла ағинәйҙәр тарафынан асылған Башҡорт өйҙәрен ҡараным. Йылдар буйы йыйылған ҡомартҡылар ҙа күбәйеп, өйгә һыймай китте. Нимә этәрҙе һуң мине музей асырға, тип һорарһығыҙ. Иң беренсе, был музей минең олатайым Ғәбделхаҡ менән өләсәйем Мәхмүзә өйөн хәтерләтә. Беҙ был йортта әллә нисә быуын балалар уйнап үҫтек. Өләсәйемдең урындығында әкиәттәр, ҡыҙыҡлы хәлдәр, тарихи ваҡиғалар тураһында тыңлап үҫтек. Өләсәйемдең ҡораманан тегелгән юрғандарын ябынып йоҡланыҡ, күҙҙең яуын алып торған балаҫтар өйҙә иң ҡәҙерле һәм затлы әйберҙәр ине. Өләсәйемдең “Зингер” теген машинакаһын да бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланым һәм ул музейҙа лайыҡлы урын алды. 
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып барғас, тантаналы сараның икенсе көнөндә барлыҡ  делегаттарҙы Ишембайға, изге Торатау буйына алып барҙылар. Торатау итәгендә урынлашҡан тирмәләрҙе хайран булып ҡарап йөрөнөм. Тирмәләрҙә башҡорт ырыуҙарының бар байлығы, халҡыбыҙҙың бар үткәне һәм бөгөнгөһө сағылған ине. Былар барыһы ла мине тетрәндерҙе,  күңелемдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡалала ла ошондай музей мотлаҡ асырға кәрәк тигән ниәтемде  нығытты. Сөнки халҡыбыҙ тураһындағы мәғлүмәттәр, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар барыһы ла тыуған төйәгебеҙгә, телебеҙгә хөрмәт, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй.
Музей асыу ниәтемде тиҙерәк тормошҡа ашырырға ҙур көс биргән тағы бер ҙур проектым ул - “Еңеү яулығы” булды. Был француз яулығы ла беҙҙең ғаиләбеҙ, әсәйемдең әсәһе - өләсәйем Ғәйниямал Усманованан ҡалған француз яулығы менән бәйле булыуын күптәр белә. Өләсәйемдең флер яулығы миңә ҡомартҡы булып күсте. Ошо Еңеү символы булған француз яулығы бөгөнгө көндә лә бик актуаль һәм яулыҡты һатыуҙан килгән аҡсаның 20 проценты әлеге ваҡытта Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙамға ебәрелә. 
- Башҡорт өйө-ғаилә этно-музейын асыу тантанаһына мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта Резеда Сайдароваға район-ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, ярҙам кәрәккәндә һәр эшкә ҡушылып китергә әҙер булғаны, бигерәк тә сит ерҙәрҙә Ватаныбыҙҙы һаҡлап көрәшкән яугирҙарға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова ла Резеда Рифғәт ҡыҙына эшендә уңыштар теләне һәм ошо сарала  ҡатнашҡан милләттәштәребеҙгә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, ағинәйҙәргә фәһемле кәңәштәр биреүҙәре, уларҙың үҙҙәренең дә ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүҙәр, төбәгебеҙгә генә хас йолалар менән ҡаршылауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм музей менән танышырға күпләп мәктәп уҡыусылары килер, тип ышанам тине. Балаларҙың  күңеленә һалынған орлоҡ  милли үҙаңды үҫтерергә һәм рухи мәҙәниәтле шәхес тәрбиәләргә ярҙам итеүен билдәләне. Сараға Резеда Сайдарованың бер туғандары ла, зат-зәүере лә ҡатнашты, изге теләктәрен еткерҙе. 
Башҡорт өйө ғаилә йылыһын бөркөп бик нурлы булып балҡый. Унда башҡорт халҡының милли кейемдәре, һандыҡ, милли музыка ҡоралдары, йорт кәрәк-яраҡтары, аҫаба балаҫтар менән буй балаҫтар, урындыҡта ҡораманан эшләнгән түшәктәр, юрғандар, күпереп торған мендәрҙәр урын алған, ашъяулыҡҡа тәмле милли ризыҡтар ҡуйылған, еҙ батмусҡа самауыр ҡуйылған. Әйтерһең дә хужабикә ҡунаҡтар ҡаршыларға йыйынған. Йортта ҡулланыу өсөн һауыт-һаба, тирмән һәм башҡа көнкүрештә кәрәкле әйберҙәр. Ул ваҡытта модала булған комод, семәрләп эшләнгән шкаф, көмөш тәңкәләрҙән ҡойолған көҙгө, барыһы ла бар.  
Ғаилә тарихын, тормошон өйрәнеү өсөн музейҙың бер стенаһына Резеда Рифғәт ҡыҙының  шәжәрәһе эленгән. Шәжәрәлә 11 быуын һүрәтләнгән. Шәжәрә тураһында Резеда Сайдарованың ағаһы эшҡыуар, Учалы район Советы депутаты Рәшит Ҡауыев бәйән итте.
- Беҙ заманында белемле, туған башҡорт теле һәм рус теленән тыш алты көнсығыш телдәрен белгән, алдынғы ҡарашлы Мәсәғүт Билал улы Билаловтан таралғанбыҙ. Ул Учалы районының Ҡобағош ауылынында 1846 йылда тыуған. Элекке  ауылыбыҙ  Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү волосына ҡараған. Өфө мәҙрәсәһен тамамлай, 1874 йылдан Верхнеурал ҡалаһының 2-се йәмиғ мәсетенең имам-хатибы һәм мөҙәрисе була, 1890 йылда Верхнерал өйәҙенең ахуны итеп тәғәйенләнә. 1913 йылда Рәсәй батшаһы императоры Николай 2-се тарафынан юғары баһалана һәм  “Тырышлығы өсөн” (“За усердие") алтын миҙал менән бүләкләнә. Башҡортостан АССР-ы Тамьян-Ҡатай кантонының баҫма органы «Красный Урал» гәзитендә эшләй. 1921 йылда Шәрҡиәт институтының Яҡын Көнсығыш факультетының ғәрәп һәм төрөк секторының иҡтисади бүлегенә уҡырға керә һәм 1926 йылда уҡыуын тамамлай. Мәскәүҙә уҡығанда йәмәғәт һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә. Шулай уҡ студент йылдарында башҡорт теленең фәнни грамматикаһын төҙөү өҫтөндә эшләй башлай. 1926 йылда Баҡыла 1-се Бөтә Союз төркиәт съезы делегаты була. 1926 йылда Көнсығыш халыҡтары институтының аспирантураһына уҡырға инә. 1927 йылда Башҡорт АССР-ының Мәғәриф халыҡ комиссариаты тарафынан РСФСР-ҙың Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Аҙ милләттәр бүлегенең вәкиле итеп тәғәйенләнә. Бына шундай арҙаҡлы вәкилдәр ҙә бар был шәжәрәлә. Резеда Рифғәт ҡыҙының ата-әсәһе лә Ҡобағош ауылының уңған кешеләре булды. Сания һәм Рифғәт Ҡауыевтар Ҡобағош ауылының иң әүҙем, эшһөйәр кешеләре ине. Сания Мәһәҙей ҡыҙы ғүмер буйы мәктәптә эшләне, уҡытыусы, етәксе булды. Рифғәт Ғәбделхаҡ улы ауыл советы рәйесе булып эшләне. Башҡорт өйөндә уларҙың фотоһүрәттәре, альбомдары урын алған. 
Эйе, ғаиләнең үткәнен белеү, шәжәрәлә урын алған арҙаҡлы туғандарыңдың тормошон өйрәнеү, улар менән бәйле мәғлүмәт һәр кем күңелендә тыуған ергә, кешеләргә, тарихҡа, ғөрөф-ғәҙәткә, йолаларға ҡарата хөрмәт, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. 
- Халҡыбыҙҙың рухиәтен һаҡлау - беҙҙең hәр ҡайһыбыҙҙың изге бурысы. “Башҡорт өйө” оҫталыҡ дәрестәре алып барыу урыны ла булыр, тип ышанам. Музей  асыу тантанаһында ҡатнашҡан оло йөрәкле милләттәштәремә   рәхмәтлемен. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбленә, ауыл клубы мөдире Сәғирә Ғәлиуллинаға, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаларына, ағинәйҙәргә, бейеүсе, “Байыҡ” республика телевизион конкурс-фестивалендә Гран-при яулаған Розалия Ғәйфуллинаға, “Гүзәл” туҡымалар салоны хеҙмәткәрҙәренә, барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти Резеда Сайдарова.
“Башҡорт өйө” музейына ҡомартҡылар һәм экспонаттар тапшырырға һәм музейҙы күрергә килергә теләүселәр ошо телефондарға шылтырата ала: 89033511817; 89063763187.

Зөбәржәт Суфьянова, ағинәй, йәмәғәт лидеры:  - Оҙаҡ йылдар уҡытыусы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры булып эшләгән кеше булараҡ, тарихыбыҙҙы тергеҙгән, матур эштәр башҡарған, уңған милләттәштәрем өсөн ҡыуанам. Беҙҙең район-ҡалала талантлы, эшлекле кешеләр күп. Шуларҙың береһе - эшҡыуар Резеда Сайдарова. Ул милләтем, халҡым, тип янған кешеләрҙең береһе. Милли кейемдәребеҙҙе тергеҙеп матур милли костюмдар тегә, “Еңеү яулығы” проектын булдырып, яу яланында булған батырҙарыбыҙға ярҙам итә. Ҡалала Башҡорт өйө асыу уның тағы бер ҙур һәм мөһим эштәренең береһе булды.Бында милли кейем тегеү, биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ республика етәкселегенең дә тарихыбыҙға, мәҙәниәткә иғтибарын тойоу, бар өлкәләрҙе лә ҡайғыртыуы бик шатландыра.
Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: