Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар , 11:42

Межгорьелағы бүре өйөрө һөжүме тураһында мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй

Межгорье ҡалаһы халҡын социаль селтәрҙәрҙә таралған мәғлүмәт ҡурҡыуға һалған. Йәнәһе лә Геологтар урамында, «Пляж» тирәһендә, 6 бүре видеокүҙәтеү камераһына эләккән. Йыртҡыстар бер этте талаған, тип яҙа билдәһеҙҙәр. Был мәғлүмәт бер нисә киң мәғлүмәт сараһында баҫылып өлгөрҙө.

Межгорьелағы бүре өйөрө һөжүме тураһында мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй
Межгорьелағы бүре өйөрө һөжүме тураһында мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй

«Башинформ» агентлығы Межгорье хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенә быға комментарий биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. «Урамдағы видеокүҙәтеү камералары теркәгән барлыҡ мәғлүмәт автоматик рәүештә диспетчер хеҙмәтенә тапшырыла. Геологтар урамында камералар юҡ. Был — ялған мәғлүмәт», — тине матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Поздеев.

Автор:
Читайте нас: