Йәш тимурсылар урындағы ололарға шефлыҡ итә һәм хужалыҡта ярҙам итә. Был юлы балалар Мөйәсәр Ғарипова йортоноң ҡыйығын һәм ихатаһын ҡарҙан таҙартты. Уның ейәне махсус хәрби операцияла һәләк булған. Мөйәсәр Билал ҡыҙы оло йәштәге һуғыш балаһы.
Тимуровсылар отрядында – Асы мәктәбенең урта класс уҡыусылары. Ауылда барыһы ла бер-береһен белә, шуға күрә ярҙамға мохтаж кешеләрҙе эҙләргә тура килмәй. Йәйгеһен тимурсылар баҡсала ярҙам итә, яҙлы-көҙлө өмә үткәрә, ҡышын ҡар таҙарта, утын быса һәм яра.
Өлкәндәр ҙә йәш ярҙамсыларҙы һәр ваҡыт шатланып ҡабул итә. Райондың һәр мәктәбендә тиерлек тимурсылар хәрәкәте эшләй. Оло быуынға ярҙам итергә теләгән мәктәп уҡыусыларының һаны йылдан-йыл арта. Балалар эшкә күнеккән, өлкәндәргә ярҙам итә, илһөйәрлек һәм оло быуынға ихтирам рухында тәрбиәләнә.